Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2018, 17:04

Башҡортостанда 9 һәм 14 июнь — ҡыҫҡартылған эш көнө

9 һәм 14 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.

9 һәм 14 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.


Илдең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 12 июнь — Рәсәй көнө — байрам көнө булып тора. Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланһын өсөн Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән 9 июнь — шәмбеләге ял көнө — дүшәмбе 11-енә күсерелә.


Республика хөкүмәте ҡарары буйынса, 2018 йылда 15 июнь — Ураҙа байрамы ял көнө тип иғлан ителгән. Быйыл Ураҙа байрамы йомаға тура килә. Шуға күрә шәмбе, 9 июндә, һәм кесаҙна, 14 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.


Биш көнлөк эш аҙнаһында байрам көндәренә бәйле 2018 йылдың 10,11, 12 һәм 15,16, 17 июне ял тип иҫәпләнә.

Алты көнлөк эш аҙнаһында иһә 10,12 һәм 15,17 июнь байрам көндәре булып тора. Дүшмбе 11 июндә һәм кесаҙна 14 июндә эш көнө шулай уҡ бер сғәткә ҡыҫҡартыла.

Читайте нас: