Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2018, 18:09

Башҡортостан «Таҙа яр» акцияһына ҡушыла

Башҡортостанда 11-30 майҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башланғысы менән «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла. Экологик акция һыу буйҙарында таҙалыҡ булдырыуға, йәмәғәтселек әүҙемлеген үҫтереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларында ҡатнашыу аша балаларҙа һәм йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҙған йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәр тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтенә битараф түгел. 2017 йылда акцияла 11 525 кеше ҡатнашҡан. Республикала 347 һыу ятҡылығы таҙартылған.

Башҡортостанда 11-30 майҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башланғысы менән «Таҙа яр» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙғарыла.
Экологик акция һыу буйҙарында таҙалыҡ булдырыуға, йәмәғәтселек әүҙемлеген үҫтереүгә һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларында ҡатнашыу аша балаларҙа һәм йәштәрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.
Уҙған йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәр тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтенә битараф түгел. 2017 йылда акцияла 11 525 кеше ҡатнашҡан. Республикала 347 һыу ятҡылығы таҙартылған.
Читайте нас: