Янғын хәүефе артҡан миҙгел килеп етеү менән бәйле, БР Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге ДБУ-һы һауа температураһы күтәрелеү менән бәйле урман фонды ерҙәрендә янғын сығыу хәүефе лә артыуы тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ халыҡты тәбиғәткә ял итергә сығып усаҡ яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.
Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау һәм 3-се типтағы янғын-химик подразделениелары, шулай уҡ урмансылыҡтар биләмәһендә урынлашҡан район участкалары үҙ ваҡытында һәм мөмкин тиклем тиҙерәк янғындарҙы һүндереүгә тотонһон өсөн, урмандарҙа ниндәйҙер яныу осраҡтары күреп ҡалһағыҙ, шунда уҡ БР Урман хужалығы министрлығының Диспетчер идаралығы пунктына хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Телефондар: 8(347) 218-14-14, 251-00-31, 8-800-100-94-00.