БР Хөкүмәтенең 7 апрелдән 12 майға тиклем республикала өмәләр ойоштороу тураһында күрһәтмәһенә ярашлы, муниципаль район хакимиәте башлығы экологик өмәләр үткәреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Ҡарарҙа ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, бөтә төр ойошмалар етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға, профсоюз комитеттарына һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларына таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр ойошторорға тәҡдим ителә.
Шулай итеп, 20, 27 апрелдә һәм 4, 11 майҙа район буйынса экологик өмәләр үтә.