Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2018, 11:09

Башҡортостан юлдарында тикшереүҙәр артасаҡ – Дәүләт автоинспекцияһы

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы төбәк юлдарында иҫкәртеү сараларын арттырырға ниәтләй. Ғәҙәттәгесә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «йома» рейдтары уҙғара.

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы төбәк юлдарында иҫкәртеү сараларын арттырырға ниәтләй. Ғәҙәттәгесә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «йома» рейдтары уҙғара.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғалары арта, төбәк Дәүләт автоинспекцияһы йома ғына түгел, аҙна уртаһында ла, ошо хаҡта халыҡҡа алдан хәбәр итеп, тикшереүҙәр уҙғарасаҡ.
Бындай саралар юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү, шулай уҡ авариялар күп булған көндәрҙе һәм сәғәттәрҙе асыҡлау өсөн кәрәк. Алынған мәғлүмәттәр теге йәки был йүнәлеш буйынса артабан тәртип булдырыу өсөн анализланасаҡ, тип аңлаттылар ЮХХДИ-да.
http://www.bashinform.ru/bash/1145153/
Читайте нас: