Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2018, 17:01

Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ

Башҡортостанда Рус географик ойошмаһы һәм Башҡортостан тәбиғәт һаҡлау прокуратураһы инициативаһы менән “Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!” тигән экологик хәрәкәт старт ала. Уның маҡсаты – экологик закон боҙоуҙарҙы асыу һәм булдырмау.Һәр кем тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә һәм был сараның ҡатнашыусыһы була ала. Әйтәйек, законһыҙ ағас ҡырҡыу, бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу, балыҡ тотоу өлкәһендәге браконьерлыҡ, тыйылған урында һунар итеү, законһыҙ рәүештә карьер асыу, дөйөм ҡулланылыштағы һыу ятҡылыҡтарына граждандарҙың юлын быуыу һ.б. тураһында хәбәр итергә мөмкин.Электрон почта: [email protected] и [email protected] . Адрес: 450064, Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 6.Яҙмаға закон боҙоу фактын раҫлаған фото йәки видеояҙма ҡушып һалырға, был урын тураһында ентекле мәғлүмәт бирергә кәрәк.“Башинформ”дан.

Башҡортостанда Рус географик ойошмаһы һәм Башҡортостан тәбиғәт һаҡлау прокуратураһы инициативаһы менән “Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ!” тигән экологик хәрәкәт старт ала. Уның маҡсаты – экологик закон боҙоуҙарҙы асыу һәм булдырмау.
Һәр кем тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә һәм был сараның ҡатнашыусыһы була ала. Әйтәйек, законһыҙ ағас ҡырҡыу, бысраҡ һыуҙарҙы сығарыу, балыҡ тотоу өлкәһендәге браконьерлыҡ, тыйылған урында һунар итеү, законһыҙ рәүештә карьер асыу, дөйөм ҡулланылыштағы һыу ятҡылыҡтарына граждандарҙың юлын быуыу һ.б. тураһында хәбәр итергә мөмкин.
Электрон почта: [email protected] и [email protected] . Адрес: 450064, Өфө ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 6.
Яҙмаға закон боҙоу фактын раҫлаған фото йәки видеояҙма ҡушып һалырға, был урын тураһында ентекле мәғлүмәт бирергә кәрәк.
“Башинформ”дан.
Читайте нас: