2018 йылдың 1 апрелендә Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 15 июлгәсә дауам итә. Башҡортостандың хәрби комиссариаты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был яҙ республиканан биш мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә бара. Был алдағы йылдарға ҡарағанда аҙыраҡ. Алдан Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының баш ойоштороу-мобилизация идаралығы етәксеһе Евгений Бурдинский ашығыс хеҙмәт үтеүсе һалдаттар һаны бөтөн ил буйынса ҡыҫҡарасағын белдерҙе. Был контракт буйынса хеҙмәт итеүселәрҙең артыуы менән бәйле.
Яңы хеҙмәткә алынғандар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итәсәк.
Быйыл алдан һаулыҡ торошо буйынса кире ҡағылғандар әрмегә юллана ала. 2017 йыл аҙағында алдан хеҙмәт итеү өсөн яраҡһыҙ тип танылған, әммә сәләмәтлектәрен нығытҡан саҡырыу йәшендәге ирҙәрҙе хәрби хеҙмәткә ҡабул итергә рөхсәт биргән закон ҡабул ителде. Яҙғыһын Башҡортостандың хәрби комисариатында ошондай нисә ир-егет килеүе әлегә билдәһеҙ.
Башҡортостандың Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, республика буйынса армияла хеҙмәт итеүгә уртаса яраҡлыҡ күрһәткесе 73 процент тәшкил итә, йәғни йәш кешеләрҙең дүрттән бер өлөшөн медицина комиссиялары яраҡһыҙ тип таныған.