Бөрйән районы муниципаль районының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары, район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫарҙары, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес, “Бөрйән”, ҡулланыусылар йәмғиәте, “Иҫке Собханғол” МУП-ы сауҙа объекттары етәкселәре ҡатнашты.
Көн тәртибендә - 2018 йылдың 25 мартында Кемерово ҡалаһының “Ҡышҡы сейә” сауҙа-күңел асыу комплексындағы янғын менән бәйле район биләмәһендә урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптарының үтәлешенә пландан тыш тикшереү ойоштороу.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе Н. Сафиндың, Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге инспекторы Р. Аҡбулатовтың сығышын тыңлап, уның буйынса фекер алышҡандан һуң, комиссия ҡарар ҡабул итте.
Белорет район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлегенә март-апрель айҙарында сауҙа нөктәләрендә пландан тыш тикшереүҙәр үткәреү бурысы йөкмәтелде. “Хазина”, “Ҡыпсаҡ”, “Бөрйән”сауҙа үҙәге, “Бөрйән” ҡулланыусылар йәмғиәте,“Ансар”, “Иҫке Собханғол” сауҙа үҙәктәре һәм сауҙа-сервис комплекстары милекселәренә һәм ҡуртымға алыусыларына янғын хеҙмәте менән берлектә хеҙмәткәрҙәрҙе һәм унда килеүселәрҙе эвакуациялау юлы менән күнекмәләр үткәрергә тәҡдим ителде.