Тап ошо мәртәбәле сарала Башҡортостаныбыҙ һәм Рәсәй Федерацияһының төрлө мөйөштәрендә,белем усаҡтарында башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың актуаль мәсьәләләре,үҫеп килеүсе быуынға сифатлы белем һәм тәрбиә биреү юлдары тураһында һөйләшелде.
Сарала туған телдең, халыҡ педагогикаһының һәм этник йолаларҙың үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙәге роле, халыҡтарҙың әҙәбиәте, мәҙәниәте, фольклоры , тел ғилеме ,дәрестәрҙә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын ҡулланыу һәм уларҙың әһәмиәтле яғы,күп милләтле мөхит шарттарында туған телде һаҡлау һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде. Пленар ултырышта БДУ ректоры ,физика-математика фәндәре докторы,профессор Н.Д.Морозкин, БР башлығы идараһының милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек мөдире Ришат Хәжғәли улы Сабитов,БР -ның фәндәр Академияһы президенты,педагогия фәндәре докторы,профессор Әлфис Суфиян улы Ғәйәзов,БР-ның мәғариф министрлығынан милли мәғариф бүлегенең баш белгес-эксперты Гүзәл Фәниз ҡыҙы Зәкировалар, матур сараға фәтиха биреп, тәбриҡләү һүҙҙәрен әйттеләр.Шулай уҡ педагогия фәндәре кандидаты,мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты В.И.Хажин башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуҙың төп проблемалары ,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе ,"Аҡ тирмә" милли -мәҙәни үҙәгенең рәйесе Р.А.Күзбәкова башҡорт телен уҡытыуҙың проблемалары һәм мөмкинлектәре,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,Ә.Вәлиди исемендәге 2-се Ишимбай башҡорт гимназия-интернатынан Р.Р.Әйүпов башҡорт телен өйрәнеүҙең һәм үҫтереүҙәң актуаль проблемалары ,уны хәл итеү юлдары,элекке БР-ның мәғариф министры урынбаҫары,дәреслектәр авторы М.Б.Юлмөхәмәтов һәм башҡа билдәле тел белгестәре телде үҫтереү һәм уның мәсьәләләрен ыңғай хәл итеү юлдары тураһындағы төплө фекерҙәре менән бүлешеп,сығыштар яһанылар.Сара барышында бөтәһе биш секция эшләне. Дөйөм йыйынтыҡҡа туғандаш төрки илдәре - Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡарағалпаҡстан, Ҡырым, Сыуашстан республикалары, Белоруссия, Калуга, Владимир, Силәбе ҡалалары олуғ ғалимдарының, республикабыҙҙың район,ҡалалары уҡытыусылары,методистарының төп теманы үҙ эсенә алған файҙалы мәҡәләләре индерелгән.
Беҙ-делегаттар Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте күргәҙмә-һатыу нөктәһенән дәреслектәр, һүҙлектәр, әҙәби уҡыу китаптары,методик ҡулланмалар ҡулыбыҙға алып ҡыуандыҡ.
Бик тә мөһим сарала ҡатнашып,ҙур аудиторияла сығыш яһауым һәм дә мәҡәләмдең конференция йыйынтығына индерелеүе лә ҡыуаныслы. Үҙем уҡып сыҡҡан Башҡорт дәүләт университетында уҙғарылған был форумдан артабанғы эшкә дәрт,илһам алып,тәжрибә һәм аҡыл һандығы туплап,күтәренке кәйеф менән Бөрйәнемә ҡайтып төштөм.Әлбиттә,район методик ултырыштарында коллегаларыма матур тәьҫораттарым менән ихлас уртаҡлашасаҡмын.