Башҡортостанда студенттар тороу урыны буйынса тауыш бирә ала. 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашасаҡ байтаҡ һайлаусылар – 18 йәштәге һәм унан олораҡ йәш кешеләр. Уларҙың күбеһе ҡалаларҙа белем ала, шуға теркәлеү урыны буйынса тауыш бирә алмаясаҡ.
Студенттар өсөн анимация ролигы әҙерләнгән. Инфографика элементтары менән заманса клипта 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙарҙа тороу урыны буйынса нисек тауыш биреү мөмкинлеге һөйләнелә, тип хәбәр иттеләр төбәк Үҙәк һайлау комиссияһында.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге белгестәре 8-800-707-2018 телефоны буйынса бөтә һорауҙарға яуап бирергә әҙер.
http://www.bashinform.ru/bash/1110077/