Башҡортостанда Рәсәй Президентына кандидат Владимир Путинға булышлыҡ итеү өсөн төбәк штабы Кандидаттың үҙәк һайлау штабына республика халҡының 8000-дән ашыу ҡултамғаһын йыйып тапшырған.
«Башҡортостан район-ҡалаларында 17 пунктта һигеҙ меңдән ашыу ҡултамға йыйҙыҡ, — тип һөйләне төбәк штабы рәйесе урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин. — Үҙәк һайлау штабында тикшергәндән һуң улар Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырыласаҡ».
Төбәк өсөн закон менән ҡаралған иң күп ҡултамғалар иҫәбе йыйылһа ла, кандидаттың штабы ижтимағи һорау ҙур булғанға күрә, алдағы һайлауҙарҙа Владимир Путинға булышлыҡ итеп, уларҙы йыйыуын дауам итә. Республикала ҡултамғалар йыйыу 28 ғинуарға тиклем дауам итә.
http://www.bashinform.ru/bash/1105303/