Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2018, 16:24

Рәсәй Резерв фонды бөтөрөлә, унда аҡса ҡалмаған

Резерв фондта аҡса ҡалмаған, 1 февралдә уны бөтөрәләр. The Bell редакцияһы аңлатыуынса, бюджет дефициты башта пенсия системаһының бер өлөшө булараҡ ойошторолған Милли именлек фондынан финансланасаҡ, унда 3,75 триллион һум бар. 2017 йылда 1,5 триллион бюджет дефицитын ҡаплауға 2 триллиондан ашыу тотонолған. Алдағы өс йылда бюджет зыянының ҡыҫҡарасағы күҙаллана.
Ҡаҙна ҡағиҙәһе буйынса, Милли именлек фондына нефтте сит илгә 40 долларҙан артығыраҡ сығарылған бюджет килеме йүнәлтелә. Ағымдағы йылда нефть уртаса 55 доллар торһа Финанс министрлығы Милли именлек фондын 2 триллион һумға тулыландырырға вәғәҙәләй. Хәҙер фараздар тағы ла яҡшыраҡ: нефткә уртаса хаҡ 60 доллар самаһы көтөлә, был осраҡта тупланма күберәк булыуы мөмкин.
Читайте нас: