Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2018, 17:36

Хеҙмәте өлгөлө

Бөрйән егеттәре бер ҡасан да, бер ерҙә лә һыната торғандарҙан түгел: хеҙмәттәре – өлгөлө, үҙҙәре – баһалы. Ошо көндәрҙә Иҫке Собханғолда йәшәүсе Фәрит Риф улы Туҡбаевҡа улы Сынбулат хеҙмәт иткән 6778-се хәрби часть командиры, полковник А.Уразовтан Рәхмәт хаты килеп төшә. Ул егеттең атаһын Яңы йыл байрамы менән тәбрикләй һәм иптәштәренә бар йәһәттән үрнәк булырҙай ысын ир-азамат тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
“Хөрмәтле Фәрит Риф улы! Һеҙҙең улығыҙ Сынбулат Рәсәй Федерацияһының милли гвардия ғәскәрҙәрендә уңышлы хеҙмәт итә. Сынтимер хеҙмәт осоронда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте: тырыш, үҙ-үҙенә һәм башҡаларға талапсан, алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән атҡара, командование һәм иптәштәре алдында абруй менән файҙалана. Ошондай ипле, һәр яҡтан өлгө булырҙай ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм,”- тиелә Рәхмәт хатында.
Аталы бала - арҡалы, ти халыҡ. Балалары хаҡында ошондай һүҙҙәр ишетеү атай кеше өсөн икеләтә бәхеттер ул.
А. Рәжәпова.
Читайте нас: