В. Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына еткереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы
Президент Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына этаплап арттырған федераль законға ҡул ҡуйҙы. 1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме айына 9489 һум кимәлендә билдәләнә.
Законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумы дәүмәленән 85 процент тәшкил итәсәк. 2019 йылда минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумы күләме тигеҙләнергә тейеш.