Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ғинуар 2018, 14:40

Автомобиль йөрөтөүселәр иғтибарына

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй автомобилистары өсөн нимә үҙгәрә? 2018 йылдың 1 ғинуарынан автомобиль тәҙрәләрендәге ҡараңғылатҡыс өсөн штрафтар үҙгәрә. Яза суммаһы өс тапҡырға арта. Автомобиль тәҙрәләре тейешле норманан ҡараңғыраҡ булған хәлдә водителгә беренсе тапҡыр элекке 500 һум урынына 1,5 мең һум түләргә тура киләсәк. Ҡабатланған осраҡта штраф 5 мең һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә «тыныс хәрәкәт зонаһы» тип аталған яңы билдәләргә аптырарға кәрәкмәй. Улар ихаталарҙа, сәғәтенә 10-20 саҡрымғаса тиҙлек сикләнгән биләмәләрҙә ҡуйыласаҡ. Йәйәүлеләр бындай урындарҙа үҙҙәренә уңайлы ерҙән юл аша сыға ала. 2018 йылда суд приставтары штрафтар суммаһы 10 мең һумдан артҡан водителдәрҙең өйөнә барыу хоҡуғына эйә. Улар водитель таныҡлығынан мәхрүм итә ала.

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй автомобилистары өсөн нимә үҙгәрә?

2018 йылдың 1 ғинуарынан автомобиль тәҙрәләрендәге ҡараңғылатҡыс өсөн штрафтар үҙгәрә. Яза суммаһы өс тапҡырға арта.

Автомобиль тәҙрәләре тейешле норманан ҡараңғыраҡ булған хәлдә водителгә беренсе тапҡыр элекке 500 һум урынына 1,5 мең һум түләргә тура киләсәк. Ҡабатланған осраҡта штраф 5 мең һум тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә «тыныс хәрәкәт зонаһы» тип аталған яңы билдәләргә аптырарға кәрәкмәй. Улар ихаталарҙа, сәғәтенә 10-20 саҡрымғаса тиҙлек сикләнгән биләмәләрҙә ҡуйыласаҡ. Йәйәүлеләр бындай урындарҙа үҙҙәренә уңайлы ерҙән юл аша сыға ала.

2018 йылда суд приставтары штрафтар суммаһы 10 мең һумдан артҡан водителдәрҙең өйөнә барыу хоҡуғына эйә. Улар водитель таныҡлығынан мәхрүм итә ала.
Читайте нас: