Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Декабрь 2017, 17:20

Яңы йылға ҙур бүләк

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе оптималләштереүгә бәйле, белем усаҡтарын транспорт менән тәьмин итеп, уҡыусыларҙы ауылдарҙан йөрөтөп уҡытыу ихтыяжы арта. Балаларҙы төрлө конкурстарға, олимпиадаларға, экскурсияларға ла алып барыр кәрәк. Ошо маҡсаттан республика хөкүмәте ярҙамы менән районыбыҙ мәктәптәре автобустар менән тәьмин ителә. Яңы йыл алдынан Байназар мәктәбе уҡыусылары өсөн дә бик шатлыҡлы ваҡиға булды – мәктәпкә 22 урынлыҡ яңы ПАЗ “вездеход” автобусы бирелде. - Яңы автобус менән бергә бөгөн мәктәптең 4 ПАЗ автобусы бар. Ике автобус көн һайын иртән һәм төштән һуң Ҡурғашлы ауылы уҡыусыларын алып йөрөй. Интернатта ятып уҡыусы Яуымбай, Мәһәҙей, Һарғая, Мораҙым уҡыусылары ялға ҡайтҡандарында өс техника йәлеп ителә. Тағы бер техника алмашҡа ултыра. “Тимер ат”тарҙа уҡыусыларҙы ваҡытында дәрескә алып барыу, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тәжрибәле водителдәр Илдус Айытбаев, Шамил Салауатов, Айҙар Сағынбаевтарға ышанып тапшырылған, улар техникаларҙы ла һәр саҡ төҙөк һәм таҙа тота.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе оптималләштереүгә бәйле, белем усаҡтарын транспорт менән тәьмин итеп, уҡыусыларҙы ауылдарҙан йөрөтөп уҡытыу ихтыяжы арта. Балаларҙы төрлө конкурстарға, олимпиадаларға, экскурсияларға ла алып барыр кәрәк. Ошо маҡсаттан республика хөкүмәте ярҙамы менән районыбыҙ мәктәптәре автобустар менән тәьмин ителә.
Яңы йыл алдынан Байназар мәктәбе уҡыусылары өсөн дә бик шатлыҡлы ваҡиға булды – мәктәпкә 22 урынлыҡ яңы ПАЗ “вездеход” автобусы бирелде.
- Яңы автобус менән бергә бөгөн мәктәптең 4 ПАЗ автобусы бар. Ике автобус көн һайын иртән һәм төштән һуң Ҡурғашлы ауылы уҡыусыларын алып йөрөй. Интернатта ятып уҡыусы Яуымбай, Мәһәҙей, Һарғая, Мораҙым уҡыусылары ялға ҡайтҡандарында өс техника йәлеп ителә. Тағы бер техника алмашҡа ултыра. “Тимер ат”тарҙа уҡыусыларҙы ваҡытында дәрескә алып барыу, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тәжрибәле водителдәр Илдус Айытбаев, Шамил Салауатов, Айҙар Сағынбаевтарға ышанып тапшырылған, улар техникаларҙы ла һәр саҡ төҙөк һәм таҙа тота.
Читайте нас: