Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2017, 13:43

Водителдәр махсус рәүештә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет кейергә тейеш – Рәсәй Хөкүмәте

Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ингән яңы пунктҡа ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта тораҡ пунктынан ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка йәки жилет кейергә тейеш.

Рәсәй Хөкүмәтенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ингән яңы пунктҡа ярашлы, водителдәр төнгө ҡараңғылыҡта тораҡ пунктынан ситтә туҡтарға мәжбүр булғанда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы куртка йәки жилет кейергә тейеш.


Тейешле ҡарар шәмбе, 16 декабрҙә, министрҙар кабинеты сайтында баҫылды.


«Известия» гәзите аңлатыуынса, 2017 йылдың алты айында илдә ҡараңғы ваҡытта юл ситендә туҡтаған 66 водителде тапау осрағы теркәлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4,8 процентҡа күберәк.


Алдан Рәсәйҙә йәйәүлеләр өсөн ошондай уҡ талап ҡабул ителде, улар тораҡ пунктынан ситтә йөрөгәндә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тейеш. Һөҙөмтәлә 2017 йылдың алты айында йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл транспорт-ваҡиғаһын 10,2- процентҡа – 7,5 меңгә тиклем кәметеп булды.


Яңы ҡарар рәсми рәүештә баҫылғандан һуң 90 көн үткәс үҙ көсөнә инә. Декабрь башында Дәүләт автоинспекцияһында водителдәрҙең юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән аралашыуын фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын раҫланылар. Шул уҡ ваҡытта был инспекторҙың эшенә ҡамасаулағанда йәки районда оператив саралар уҙғарылғанда ул водителдең фотоға һәм видеоға төшөрөү хоҡуғын сикләй ала.


Читайте нас: