Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2017, 16:53

“Бурыслы” операцияһы

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы, район биләмәһендә 11 декабрҙән 21 декабргә тиклем, язаның ҡотолғоһоҙлоҡ принцибын тәьмин итеү һәм йәмғиәт тәртибен һаҡлау өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф һалыу тураһында ҡарарҙарҙы үтәү буйынса эште көсәйтеү маҡсатында суд приставтары хеҙмәтенең территориаль бүлеге менән бергә “Бурыслы” тигән операция үтә.

Сараның төп маҡсаты – административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн түләнмәгән штрафтарҙы юллау.

Законлы көсөнә ингәндән алып 60 көн дауамында штраф түләнмәгән осраҡта гражданин РФ КоАП-ының 20.25 статьяһының 1-се бүлеге буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уның өсөн штрафтың күләмен икеләтә арттырыу йәки 15 тәүлеккә административ ҡулға алыу рәүешендә яуаплылыҡ ҡаралған.

Граждандарҙы административ штрафтарын түләү ваҡытын һуҙмаҫҡа һәм штрафты түләүҙе раҫлаған квитанцияларын район эске эштәр бүлегенең административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса подразделениеһына алып килергә саҡырабыҙ.

Г. ИМАНҒОЛОВА,

административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса йүнәлештең әйҙәүсе документоведы.
Читайте нас: