Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2017, 16:47

Һаулыҡ үҙебеҙҙең ҡулда

Район хакимиәтенең акттар залында эпидемияларға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Әлибаков алып барҙы.

Район хакимиәтенең акттар залында эпидемияларға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.Әлибаков алып барҙы.

Табип-эпидемиолог-бактериолог Ю.Коробчанский районда киҙеүҙәргә (ОРВИ, грипп) ҡаршы профилактика саралары, вич-инфекциялылар менән эш хаҡында һөйләне. ”Үкенескә күрә, беҙҙә лә вич-инфекциялылар бар (21 кеше). Йылдар дауамында районда 7 кеше ошо сирҙән үлгән, вич-инфекциялы әсәйҙәрҙән 5 бала тыуған, 3 бала иҫәптән төшөрөлгән. Бөгөн 1 ауырлы ҡатын иҫәптә тора. Әле район буйынса 13 кеше диспансер иҫәбендә. Быйыл ошондай инфекциялы 3 кеше асыҡланған. вич–инфекциялыларҙың 41 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар, 35-е – ир-ат. Эшләп йөрөүселәр – 63 процент, студенттар - 9. Был сирҙе йоҡтороуҙың төп юлы – енси юл, икенсе юлы – вич-инфекциялы әсәнән ҡарында уҡ балаға йоғоуы. Районда парҙарының береһе сирле булған 8 ғаилә бар. Тәртипле енси тормош алып барғанда, гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәгәндә парҙарҙың береһе сирле булғанда ла икенсеһе ауырымаҫҡа мөмкин. Беҙҙә вич-инфекциялыларға ҡарата насар ҡараш йәшәй. Бәләкәй ауылдарҙа бындай сирлеләрҙе белеп ҡалһалар, уларҙан ситләшләр, айырым бер ҡараш булдыралар. Улар ҙа кешеләр һәм ундай сирлеләргә лә кешесә мөнәсәбәт кәрәк.

Бөгөн медицина алға китә – яңы төр препараттар уйлап табыла.

Грипп, ОРВИ-ға килгәндә, районда был киҙеүҙәргә лә алдан ныҡлы әҙерлек бара. Был киҙеүҙәрҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – вакцина эшләтеү. Быйыл район халҡының 39,4 проценты вакцинацияланды. Беҙҙең халыҡ вакцина эшләтеүҙән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Берәүҙәр, былтыр эшләткәйнем, тағы ла нығыраҡ ауырыным, ти. Икенселәр, былтыр бер төрлө грипҡа эшләткәйнем, икенсе төрлөһө килде – файҙаһы булманы, тип аҡлана. Өсөнсөләр, нимәгә ул артыҡ аҡһым, тип ебәрә. Быйылғы вакцина беҙҙең төбәккә хас булған 3 төрлө грипҡа ҡаршы. Нимә генә тигәндә лә, вакцина эшләткәндәр барыбер ота – улар киҙеүҙе еңел үткәрә, иң мөһиме, гриптың насар эҙемтәләренән ҡотола. Халыҡ вакцина эшләтеүҙән баш тартырҙан алда ошоно уйлаһа ине”, - тине Юрий Николаевич.


А. Рәжәпова.
Читайте нас: