Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2017, 17:23

Штрафтар артты

2017 йылда ҡануни кимәлдә законһыҙ рәүештә алкоголь продукцияһы һатҡан өсөн контролде ҡәтғиләштереүгә йүнәлтелгән етди саралар ҡабул ителде.

2017 йылдың 29 ноябрендәге Федераль закон менән РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекс 14.17.1 статьяһы менән тулыланды.

Был статьяның беренсе бүлегенә ярашлы, физик шәхес тарафынан алкоголь продукцияһы ваҡлап һатылған өсөн, әгәр унда енәйәти яуаплылыҡҡа тап килгән ғәмәл булмаһа, алкоголь һәм спиртлы продукцияны конфискациялау менән бергә 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Шул уҡ закон боҙоуҙар өсөн үрҙә аталған статьяның икенсе бүлегендә алкоголь һәм спиртлы продукцияны конфискациялау менән бергә 100 000 һумдан 200 000 һумға тиклем штраф ҡаралған.

Шулай уҡ 2017 йылдың 26 июлендәге Федераль закон менән РФ Енәйәт кодексына 171.4 һанлы яңы статья өҫтәлде.

Уға ярашлы, алкоголь һәм спиртлы продукцияны законһыҙ рәүештә ваҡлап һатҡан өсөн, әгәр ҙә был ғәмәл бер тапҡыр ғына ҡылынмаһа, йәнә был Кодекстың 151.1 статьяһында ҡаралған осраҡтарҙан тыш, 50 000 һумдан 80 000 һумға тиклем штраф йәки ғәйепләнеүсенең 3 айҙан 6 айға тиклемге осорҙағы эш хаҡы йәки башҡа килеме күләмендә йәки 1 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре рәүешендә яза ҡаралған.

Шулай итеп, спиртлы эсемлектәрҙе, алкоголь продукцияһын, шул иҫәптән көмөшкәне законһыҙ рәүештә һатҡан физик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар башта административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Ҡабатлап закон боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡуҙғатыла.

Н. ШӘМИҒОЛОВА,

район прокуроры урынбаҫары, юстицияның кесе советнигы.
Читайте нас: