Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2017, 16:33

13 декабрҙән «Башнефть» заправкаларында бензин һәм дизель яғыулығы ҡиммәтләнде

Башҡортостанда «Башнефть» йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡ йәнә артты.
Бөгөндән АИ-92 маркалы бензиндың бер литры 36,70 һум тора, АИ-92 ATUM — 37,30 һум, АИ-95 ATUM — 39,70 һум. Дизель яғыулығының бер литры әле 40,10 һум тәшкил итә.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бер йыл эсендә республикала бензин уртаса 4,3 процентҡа, дизель яғыулығы 7 процентҡа ҡиммәтләнде.
http://www.bashinform.ru/bash/1092183/
Читайте нас: