Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2017, 12:24

2018 йылда Башҡортостан уҡыусыларының ҡышҡы каникулы: ҡасан һәм нисә көн?

Башҡортостан мәктәптәрендә ҡышҡы каникул 30 декабрҙә башлана һәм 14 ғинуарға тиклем дауам итә. Йылына бер тапҡыр ғына уҡыусыларҙың каникулы ата-әсәләрҙең ял көндәренә тап килә. Бәлки, шуғалыр ҙа күптәр был осорҙо түҙемһеҙлек менән көтә.
Беренсе класс уҡыусылары февралдә өҫтәмә каникулға сыға: ғәҙәттә, 19 февралдән 25-нә тиклем.
Шулай итеп, эшләгән граждандар 2018 йылдың ҡыш айҙарында түбәндәгесә ял итә: 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары; 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы. Февралдә — 23-өнән (Ватанды һаҡлаусылар көнө) 25-нә тиклем.
bashinform.ru
Читайте нас: