Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2017, 13:15

Ярыштар үтә

Ярыштар үтә
1 декабрь көнө Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында 11.00 сәғәттә “Урал” ФОК-ында спорт ярыштары үтә. Унда дартс, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, шашка, мәргәнлеккә туп бәреү кеүек ярыш төрҙәре ҡаралған.
Шул уҡ ваҡытта “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы инвалид балалар өсөн төрлө уйындар үткәрәсәк. Инвалид балаларға бассейнда йөҙөү түләүһеҙ буласаҡ, уларҙың үҙҙәре менән купальниктар килтереүе шарт. Балаларҙы ата-әсәләре менән көтәбеҙ!
Читайте нас: