Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2017, 18:37

Владимир Путин ғаиләлә беренсе бала тыуғанда 1,5 йәшкәсә айлыҡ түләү билдәләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин беренсе бала тыуғанда йәш ярымға тиклем айлыҡ түләү булдырылыуын белдерҙе. Киләһе йыл ул уртаса 10,5 мең һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә РИА Яңылыҡтар.
«Тыуымға булышлыҡ итеү өсөн етеп килгән 2018 йылдың ғинуар айынан уҡ Рәсәй ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса бер төркөм яңы саралар тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итәм. Иң тәүҙә – беренсе бала тыуғанда һәм уға йәш ярым тулғансы айлыҡ аҡсалата түләү билдәләү», — тине Владимир Путин балалар мәнфәғәтендә милли стратегияларҙы тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ултырышында.
Түләүҙәр күләме Федерация субъектында билдәләнгән баланың йәшәү минимумы дәүмәленән сығып иҫәпләнәсәк. 2018 йылда ул уртаса – 10 523 һум, 2019 йылда – 10 836 һум, 2020 йылда 11 143 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта түләү адреслы буласаҡ.
«Ғаиләнең табышы иҫәпкә алынасаҡ. Был ғәҙел булыр тип уйлайым, сөнки тәү сиратта ысынлап та мохтаждарға ярҙам итеү», — тип билдәләне Владимир Путин.
«Түләү Федерация субъектында түләүгә ғариза тапшырғанға тиклем балалар өсөн үткән йылдың икенсе кварталына билдәләнгән йәшәү минимумы күләмендә билдәләнәсәк. Ул күләме үткән йылдың икенсе кварталында Рәсәй Федерацияһы субъектында йән башына уртаса килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумының бер ярым дәүмәленән артмаған ғаиләләргә биреләсәк», — тип өҫтәне Президент.
http://www.bashinform.ru/bash/1084916/
Читайте нас: