Республикала «Баллы ауыл» буласаҡ – Рөстәм Хәмитов
10:29, 13 ноября 2017 Иҡтисад
Әлеге ваҡытта республикала 2021 йылда «Апимондия» Бөтә донъя умартасылар конгресын уҙғарыу уңайынан «Баллы ауыл» проекты әҙерләнә. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған йыйылышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта һөйләне.
– Истанбулда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресында Башҡортостан ғаризаһының еңеп сығыуы беҙҙең ҙур ҡаҙанышыбыҙ булды. Республика күпселек тауыш йыйып, 2021 йылда сираттағы бөтә донъя конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен үткәреү буйынса эстафетаны ҡабул итте. Был, һис шикһеҙ, юғары халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың сағыу уңышы, беҙҙең конгресс мөмкинлектәребеҙҙе, шулай уҡ умартасылыҡ тармағы ҡеүәтен таныу ул. Өҫтәүенә, был беҙҙең өсөн яңы юғары планка, етди бурыстар, тәү сиратта, умартасылыҡты артабан үҫтереү, бал ризыҡтарының сифатын арттырыу йәһәтенән, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн «Апимондия» конгресына бағышланған «Баллы ауыл» проекты концепцияһы әҙерләнә. Был республика умартасылығы тарихы, уның йолалары һәм бөгөнгө тәжрибәһе тураһында мәғлүмәт майҙансығы рәүешендә буласаҡ.
Башҡортостан башлығы республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта төп бурыс – продукцияны халыҡ-ара баҙарға сығарыу.
– Бөгөн фойелағы күргәҙмәлә умартасыларыбыҙҙың үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы продукцияһын күрәбеҙ. Умартасыларҙың күҙҙәре янып тора, улар эшләргә теләй. Ошо эшмәкәрлекте дөрөҫ ойошторорға ғына кәрәк, шул иҫәптән ризыҡты сертификациялау йәһәтенән. Беҙ лаборатория һатып алдыҡ, уның хаҡы – бер нисә тиҫтә миллион һум, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер фәнни һәм практик өлкәлә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә сығырға, башҡа илдәрҙең баҙарында ризыҡтарыбыҙҙы киңерәк күрһәтергә кәрәк. Башҡорт балынан тыш, прополисты, кәрәҙле балды, һитәне, сәскә һеркәһен, инә ҡорт һөтөн. Әле ошо продукцияны эске баҙар өсөн дә аҙ етештерәбеҙ. Шуға күрә умартасыларыбыҙға башҡараһы эштәр етерлек.