Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Октябрь 2017, 18:53

Беҙгә башҡорт телен өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс, заманса форматта ойоштороу мөһим – Рөстәм Хәмитов

Яңы уҡыу йылы башынан «Халыҡ-ара башҡорт телен дистанцияла уҡытыу системаһы» электрон белем биреү курсы эшләй башланы.

Яңы уҡыу йылы башынан «Халыҡ-ара башҡорт телен дистанцияла уҡытыу системаһы» электрон белем биреү курсы эшләй башланы. Ошо платформаны әҙерләү өҫтөндә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хеҙмәткәрҙәре һәм уҡытыусылары дүрт йыл эшләне. Юғары уҡыу йортоноң башланғысын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм республиканың билдәле тел белгестәре хупланы.
Теләгән һәр кем, тел әҙерлеге кимәленә, йәшенә һәм йәшәгән урынына ҡарамаҫтан, ошо ресурс ярҙамында башҡорт телен өйрәнә ала. Платформаның бурысы – телде өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс итеп ойоштороу. Ябайлаштырылған теркәлеү тиҙ арала ресурсҡа инеү, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүҙә уңыштарыңды күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Сайтҡа инеүселәр башҡортса-русса һүҙлек менән ҡуллана, республиканың интерактив картаһына үҙенең яратҡан урындарында төшкән фотоларын һала, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм йолаларын өйрәнеү өсөн интернет-ресурстар медиатекаһына инә, шулай уҡ үҙҙәренең материалдары: халыҡ көйҙәре, бейеүҙәре, әкиәттәре, йомаҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәре, ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән уртаҡлаша ала.
Платформа өс кимәлле уҡытыу системаһын күҙ уңында тота, уға төп, урта һәм алға киткән курстар инә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Совет ултырышында Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, әлегә башҡорт телен бөтөнләй белмәгәндәр өсөн төп курс ҡына эшләй. Ул 20 дәрестән тора, уның һәр ҡайһыһына грамматик белешмә, һүҙлек, өйрәнелгән темаға видеоситуация һәм тикшереү тестары инә.
Раил Әсәҙуллин һүҙҙәренсә, икенсе һәм өсөнсө кимәлле программаларҙы әҙерләү өсөн өҫтәмә саралар талап ителәсәк.
— Ресурстар табырбыҙ. Сөнки был беҙгә, иң мөһиме, йәмғиәткә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Төбәк Хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм ошонда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса программа әҙерләй. Унда бөтәһе лә ҡатнаша ала. Был эштә яҡшы ресурстар күҙаллана. Изге эшкә аҡса йәлләп тормаҫбыҙ. Башҡорт телен өйрәнеү темаһын икенсе, мауыҡтырғыс, заманса форматта ойоштороу беҙҙең өсөн бик мөһим.
Башинформдан.
Читайте нас: