Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр, тип белеп әйтә халыҡ – ергә эйелгәндәр барыбер буш ҡалмай.
Мораҙым фермеры Ғәлин Әхтәр Әхмәт улы халыҡ аҡылына тырышлығын да ҡушырға онотмай: 52 га майҙан еренең 30 га майҙанына иген сәсеп (20 гектарына – һоло, 10 гектарына – бойҙай), 43 тонна иген һуҡтырып алырға ла иреште ул быйыл көҙ (гектар ҡеүәте 14,5). Киләһе йыл уңышын да алдан хәстәрләп, 30 гектар ерен туңға һөрҙөрөп ҡуйырға ла онотманы. Тырыш фермер 3 тонна тирәһе элиталы “Экада – 70” тигән бойҙай орлоғо ла һатып алған.
Бөгөн Әхтәрҙең хужалығында 35 баш йылҡы малы көтөлө. Малдарҙы, нигеҙҙә, үҙе ҡарай. Мал аҙығы (бесән, һалам) етьерлек, ти хужа. Шуға уларҙың ҡышты имен –аман сығырына өмөт ҙур.
Бөгөнгө көндә ергә мөнәсәбәтен үҙгәрткәндәр генә ерҙән табыш алыуға дәғүә итә ала. Әхтәр Ғәлин да ошоно аңлап эш итә. Уңған фермерҙың эшен баһаланы хөкүмәтебеҙ – ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн билдәләгәндә Мораҙым егетенә Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды. Уға хәҙер ошо ышанысты эш күрһәткестәре менән аҡларға ғына ҡала.