Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2017, 17:39

Бөрйәндән ике стипендиат

Республика көнө айҡанлы Башҡорт дәүләт университетында исемле стипендиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Уҡыу йортоноң иң-иңдәре тип табылған бүләкләнеүселәре араһында районыбыҙҙан 2 һылыу ҙа бар: Аҫҡар ауылы ҡыҙы, Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 5-се курс студенткаһы Таңсулпан Ибраһимова - күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға, университеттың башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 4-се курс студенткаһы, Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нурзилә Усманова Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендияға лайыҡ булды. Ниндәй һөҙөмтәләр менән ирешкән һуң улар был уңышҡа? Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙарҙың үҙҙәренән һорашайыҡ!- Уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшеүем, филиалда булдырылған Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты булыуым, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуым, шулай уҡ төрлө йыйынтыҡтарҙа, китаптарҙа мәҡәләләремдең баҫылып сығыуы, 2016 йылға тиклем нәшер ителгән Бөрө ҡалаһы һәм районының "Бөрө шишмәләре" гәзитендә әүҙем яҙышыуым стипендияға үтеүемә ҙур роль уйнаны, - ти Таңсулпан.Миләүшә Ҡасимова.

Республика көнө айҡанлы Башҡорт дәүләт университетында исемле стипендиялар тапшырыу тантанаһы үтте. Уҡыу йортоноң иң-иңдәре тип табылған бүләкләнеүселәре араһында районыбыҙҙан 2 һылыу ҙа бар: Аҫҡар ауылы ҡыҙы, Бөрө филиалы филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 5-се курс студенткаһы Таңсулпан Ибраһимова - күренекле шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға, университеттың башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 4-се курс студенткаһы, Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нурзилә Усманова Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендияға лайыҡ булды. Ниндәй һөҙөмтәләр менән ирешкән һуң улар был уңышҡа? Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙарҙың үҙҙәренән һорашайыҡ!

- Уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшеүем, филиалда булдырылған Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты булыуым, төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуым, шулай уҡ төрлө йыйынтыҡтарҙа, китаптарҙа мәҡәләләремдең баҫылып сығыуы, 2016 йылға тиклем нәшер ителгән Бөрө ҡалаһы һәм районының "Бөрө шишмәләре" гәзитендә әүҙем яҙышыуым стипендияға үтеүемә ҙур роль уйнаны, - ти Таңсулпан.

- Һуңғы 3 йылда күрһәткән уңыштарҙы барлап, деканаттан мине тәҡдим иткәндәр. Стипендия өсөн 75% “5”-леләр булырға тейеш, ә минең имтихандарым тик “5”-легә генә булһа ла, күберәк ижади эшмәкәрлегемде баһалап бирелгәндер, тим: “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнәм, “Йәнгүзәл” этно-төркөмөндә сығыш яһайым, университеттың төрлө сараларында ҡатнашам. Быйыл Таулы Алтай ҡалаһында үткән тюркология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында БДУ командаһы составында 2-се урын яуланыҡ, - ти Нурзилә.

Былтыр республика “Һылыуҡай” бәйгеһендә ҡатнашып, “Тамашасы һөйөүе” номинацияһын алған ҡыҙ ҡала, республика күләмендә үткән сараларҙа ла даими сығыш яһай, йәш “һылыуҡай”ҙарға дәрестәр үткәрә, “Гүзәл-Дэнс” бейеү ансамлендә бейей. Өфөлә үткән “Мисс-Урал аръяғы-2017” матурлыҡ бәйгеһендә быйыл “Яҙ һылыуы” исемен яуланы.
Миләүшә Ҡасимова.
Читайте нас: