Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2017, 19:24

Көҙгө саҡырылыш башланды

-Рәсәй Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш быйыл да 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа Белорет, Бөрйән райондары һәм Белорет ҡалаһы хәрби комиссариатынан әрме хеҙмәтенә 249 егет оҙатыласаҡ. Белорет ҡалаһы һәм районынан 177, Бөрйән районынан 72 егет әрме сафын тулыландырасаҡ. Комиссия үҙ эшен башланы. Тәүге төркөм 20 октябрҙә ебәреләсәк. Хеҙмәт ваҡыты, элеккесә - 1 йыл, - тине был хаҡта Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Сәйәхов.Ағымдағы йылда Бөрйән һәм Белорет райондарынан 33 егет хәрби училищеға документтарын тапшырған. Шуларҙың ни бары 10-һы төрлө хәрби уҡыу йорттарына ингән, шул иҫәптән 3-әүһе Бөрйән районынан. Уҡырға инеүселәрҙең бөтәһе лә тиерлек рус теле, математика, физика фәндәренән берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырғандар.

-Рәсәй Ҡораллы көстәренә көҙгө саҡырылыш быйыл да 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Ошо осорҙа Белорет, Бөрйән райондары һәм Белорет ҡалаһы хәрби комиссариатынан әрме хеҙмәтенә 249 егет оҙатыласаҡ. Белорет ҡалаһы һәм районынан 177, Бөрйән районынан 72 егет әрме сафын тулыландырасаҡ. Комиссия үҙ эшен башланы. Тәүге төркөм 20 октябрҙә ебәреләсәк. Хеҙмәт ваҡыты, элеккесә - 1 йыл, - тине был хаҡта Белорет, Бѳрйән райондары, Белорет ҡалаһы хәрби комиссары Вадим Сәйәхов.
Ағымдағы йылда Бөрйән һәм Белорет райондарынан 33 егет хәрби училищеға документтарын тапшырған. Шуларҙың ни бары 10-һы төрлө хәрби уҡыу йорттарына ингән, шул иҫәптән 3-әүһе Бөрйән районынан. Уҡырға инеүселәрҙең бөтәһе лә тиерлек рус теле, математика, физика фәндәренән берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырғандар.
-Ағымдағы йылда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 50 ир-егетте ебәреү бурысы йөкмәтелһә, быйылғы йылда 51 кеше оҙатылды. Әле лә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр булһа, көтөп ҡалабыҙ. Ә инде хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр, РФ Енәйәт кодексының 328-се статьяһына ярашлы, 200 мең һум штраф түләтеү ҡарала (йә хөкөм ителеүсенең 18 айға тиклем эш хаҡы күләмендә), шулай уҡ уны 3-6 айға йә 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Хәрби хеҙмәттән ситләшеүсе егеттәргә 27 йәше тулыу менән хәрби билет урынына 1-У (уклонист) формаһындағы справка бирелә. Ундайҙар киләсәктә 10 йыл үтмәйенсә тороп муниципаль хеҙмәттә эшләй алмаясаҡтар. Быйылғы йылда ошондай справка хәрби комиссариат буйынса 27 кешегә бирелде.
Әйткәндәй, аҙнаның һәр йомаһында Бөрйән районының хәрби саҡырылыу пунктында булам. Әрме хеҙмәтенә бәйле һорауҙар һәм консультациялар кәрәк булһа, 15.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин, - ти Вадим Ҡасим улы.
А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: