Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2017, 18:07

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек

Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр бит. 4 октябрҙә Ғәҙелгәрәй ауылындағы бер йортта, алдан фаразлауҙар буйынса, электр үткәргестәге ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында, ут сыға. Янғын торлаҡ йортҡа байтаҡ зыян килтереп өлгөрә.6 октябрҙә Әбделмәмбәттә һарай янып китә. Сәбәбе балаларҙың ут менән шаярыуы, тип күҙаллана. Янғын арҡаһында һарай ҙур ғына зыян күрә һәм яҡынса 40 центнер тирәһе бесән янып юҡҡа сыға.Күренеүенсә, ике янғын да янғын хәүефһеҙлеге ҡағғиҙәлерен боҙоу арҡаһында килеп сыҡҡан.Ике осраҡта ла, халыҡтың, ауыл биләмәләре башлыҡтарының, уҡыусыларҙың һәм ирекле янғын һүндереү командаһы ағзаларының грамоталы һәм бенҙәм эш итеүе арҡаһында янғынды мәлендә тотҡарлап, уның икенсе объекттарға күсеүенә юл ҡуйылмаған.

Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр бит. 4 октябрҙә Ғәҙелгәрәй ауылындағы бер йортта, алдан фаразлауҙар буйынса, электр үткәргестәге ҡыҫҡа ялғаныш арҡаһында, ут сыға. Янғын торлаҡ йортҡа байтаҡ зыян килтереп өлгөрә.

6 октябрҙә Әбделмәмбәттә һарай янып китә. Сәбәбе балаларҙың ут менән шаярыуы, тип күҙаллана. Янғын арҡаһында һарай ҙур ғына зыян күрә һәм яҡынса 40 центнер тирәһе бесән янып юҡҡа сыға.

Күренеүенсә, ике янғын да янғын хәүефһеҙлеге ҡағғиҙәлерен боҙоу арҡаһында килеп сыҡҡан.

Ике осраҡта ла, халыҡтың, ауыл биләмәләре башлыҡтарының, уҡыусыларҙың һәм ирекле янғын һүндереү командаһы ағзаларының грамоталы һәм бенҙәм эш итеүе арҡаһында янғынды мәлендә тотҡарлап, уның икенсе объекттарға күсеүенә юл ҡуйылмаған.

Хөрмәтле райондаштар! Ут менән эш иткәндә мөмкин тиклем иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Янғын сыҡҡан осраҡта ҡотҡарыусыларҙың һәм янғын һүндереүселәрҙең берҙәм телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Кеҫә телефонынан 101 тигән һандарҙы йыйырға кәрәк.

Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү – һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлегенең нигеҙе. Үҙ именлегегеҙгә битараф булмағыҙ!


Ш. ХӘКИМОВ, 73-сө янғын һүндереү часы начальнигы.
Читайте нас: