Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2017, 17:36

Йәшелсә байрамы

Йәшелсә байрамыКөҙ. Себештәребеҙҙе лә, йәшелсәләребеҙҙе лә һанап-иҫәпләп ҡуя торған ҡыуаныслы мәлдәр. “Көҙгө бал”, “Көҙһылыуҙа ҡунаҡта“, йәрминкә формаларында үткәрелгән сикһеҙ фантазияны күрһәтеүсе күңелле мәшәҡәттәрҙе уҡыусылар йыл да көтөп ала. Быйыл Нәби мәктәбендә “Йәшелсә байрамы” үткәрелде. Баҡса хужаһы Тләүбаева Лилиә уңыш һөҙөмтәләре менән таныштырғас, йәйге хеҙмәт сирегендә әүҙемлек күрһәткән барлыҡ уҡыусыларға ла рәхмәт әйтеп бүләк таратты. Берәү ҙә мәхрүм ҡалманы тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ, тимәк һәр кем ҡыш буйы туҡланасаҡ файҙалы йәшелсәләр үҫтереүгә хәләл көсөн һалған. Артабан һәр класс йәрәбә буйынса өлөшөнә төшкән йәшелсәгә арналған төркөм исеме, девиз һәм йырҙары аша байрам конкурсына ҡушылды. Үҙенсәлекле рекламалар, концерт номерҙары кисәгә байрам йәме өҫтәһә, интеллектуаль һәм ҡыҙыҡлы һорауҙар аша уҡыусылар күп файҙалы кәңәштәр, фәһемле мәғлүмәткә эйә булдылар, аш-һыу өлкәһен байҡанылар.


Көҙ. Себештәребеҙҙе лә, йәшелсәләребеҙҙе лә һанап-иҫәпләп ҡуя торған ҡыуаныслы мәлдәр. “Көҙгө бал”, “Көҙһылыуҙа ҡунаҡта“, йәрминкә формаларында үткәрелгән сикһеҙ фантазияны күрһәтеүсе күңелле мәшәҡәттәрҙе уҡыусылар йыл да көтөп ала.

Быйыл Нәби мәктәбендә “Йәшелсә байрамы” үткәрелде. Баҡса хужаһы Тләүбаева Лилиә уңыш һөҙөмтәләре менән таныштырғас, йәйге хеҙмәт сирегендә әүҙемлек күрһәткән барлыҡ уҡыусыларға ла рәхмәт әйтеп бүләк таратты. Берәү ҙә мәхрүм ҡалманы тиһәк тә яҙыҡ булмаҫ, тимәк һәр кем ҡыш буйы туҡланасаҡ файҙалы йәшелсәләр үҫтереүгә хәләл көсөн һалған. Артабан һәр класс йәрәбә буйынса өлөшөнә төшкән йәшелсәгә арналған төркөм исеме, девиз һәм йырҙары аша байрам конкурсына ҡушылды. Үҙенсәлекле рекламалар, концерт номерҙары кисәгә байрам йәме өҫтәһә, интеллектуаль һәм ҡыҙыҡлы һорауҙар аша уҡыусылар күп файҙалы кәңәштәр, фәһемле мәғлүмәткә эйә булдылар, аш-һыу өлкәһен байҡанылар. Йәшелсәләрҙе туҡланыу өсөн генә ҡулланырға түгел, хужалыҡта кәрәкле башҡа өҫтөнлөктәре барлығын да белде балалар.

Сәмле ярыш аҙағына яҡынлашты. Һәр эш төрөнә мәрәйҙәр ҡуйып барған жюри ғали йәнәптәренә сувенирҙарҙы баһалау айырыуса ауырға төшкәндер. “Илай-илай” һуғандарын яҡлаусы алтынсы класс еңеүсе тип табылһа, ябай ғына аш сөгөлдөрө хаҡында ла матур тамашалар әҙерләгән бишенселәр беренселекте, юморға бай “кәбеҫтәле” туғыҙынсылар икенсе урын алдылар, “Каротин” исемле һигеҙенселәр төркөмө өсөнсөгә сыҡты. “Йәшелсә байрамы” күңелле уйындар менән тамамланды.

А. Хисаметдинова, Нәби мәктәбе
Читайте нас: