Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2017, 18:09

Наградаға эйә булды

«Шүлгәнташ» комплексының төҙөлөш проекты «Көмөш билдә» архитектура наградаһына эйә булды«Зодчество» XXV халыҡ-ара фестивалендә «Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында булдырыласаҡ «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө» проекты «Йәш архитекторҙарҙың ижады» номинацияһында лауреат булды һәм архитектура өлкәһендә «Көмөш билдә» наградаһын алды. Фестиваль Мәскәүҙең «Ҡарауанһарай» күргәҙмә комплексында уҙҙы.«Зодчество» халыҡ-ара фестивале – сит илдәр ҡатнашлығында ваҡиға, Рәсәй ҡалаларының һәм төбәктәренең ижади архитектура коллективтарының, проект институттарының, оҫтаханаларҙың һәм бюроларҙың, йәш архитекторҙарҙың, архитектура вуздары һәм факультеттары студенттарының, балалар архитектура-художество коллективтарының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын ҡарау. Тарихи мираҫты һәм тәбиғәт мөхитен һаҡлап ҡалып, архитектура һәм ҡала төҙөү бурыстарын профессиональ һәм ижади яҡтан хәл итергә һәләтле архитекторҙар быуынын тәрбиәләү маҡсаты менән йәш талантлы белгестәрҙе асыҡлау һәм бүләкләү фестивалдең маҡсаты булып тора.

«Шүлгәнташ» комплексының төҙөлөш проекты «Көмөш билдә» архитектура наградаһына эйә булды

«Зодчество» XXV халыҡ-ара фестивалендә «Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында булдырыласаҡ «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөшө» проекты «Йәш архитекторҙарҙың ижады» номинацияһында лауреат булды һәм архитектура өлкәһендә «Көмөш билдә» наградаһын алды. Фестиваль Мәскәүҙең «Ҡарауанһарай» күргәҙмә комплексында уҙҙы.

«Зодчество» халыҡ-ара фестивале – сит илдәр ҡатнашлығында ваҡиға, Рәсәй ҡалаларының һәм төбәктәренең ижади архитектура коллективтарының, проект институттарының, оҫтаханаларҙың һәм бюроларҙың, йәш архитекторҙарҙың, архитектура вуздары һәм факультеттары студенттарының, балалар архитектура-художество коллективтарының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштарын ҡарау. Тарихи мираҫты һәм тәбиғәт мөхитен һаҡлап ҡалып, архитектура һәм ҡала төҙөү бурыстарын профессиональ һәм ижади яҡтан хәл итергә һәләтле архитекторҙар быуынын тәрбиәләү маҡсаты менән йәш талантлы белгестәрҙе асыҡлау һәм бүләкләү фестивалдең маҡсаты булып тора.
Читайте нас: