Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2017, 13:35

75 йыл "Таң" менән

Ошо көндәрҙә редакциябыҙға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ваһапов килеп, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып китте.- “Таң”ды мин тәүге тапҡыр сыға башлағанынан алып күҙәтеп барам. 7 йыл ғына әрме сафтарында, һуғышта йөрөп, гәзитте ҡулға ала алманым, хәҙер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Йәмғеһе 75 йыл уҡыйым инде. Баҫманың исеме яҙылған ерҙән алып аҙағына тиклем ҡалдырмай уҡып сығам, - ти Абдулла Ноғоман улы.Ана бит, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, “Таң”һыҙ ҡалмаҫҡа тырыша. 92-се йәшен ҡыуған Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны үҙ аяҡтарында (!) редакцияға килеп, яҙылыуы үҙе ни тора! Миләүшә Ҡасимова.


Ошо көндәрҙә редакциябыҙға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ваһапов килеп, киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып китте.

- “Таң”ды мин тәүге тапҡыр сыға башлағанынан алып күҙәтеп барам. 7 йыл ғына әрме сафтарында, һуғышта йөрөп, гәзитте ҡулға ала алманым, хәҙер ҙә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Йәмғеһе 75 йыл уҡыйым инде. Баҫманың исеме яҙылған ерҙән алып аҙағына тиклем ҡалдырмай уҡып сығам, - ти Абдулла Ноғоман улы.

Ана бит, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, “Таң”һыҙ ҡалмаҫҡа тырыша. 92-се йәшен ҡыуған Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны үҙ аяҡтарында (!) редакцияға килеп, яҙылыуы үҙе ни тора!

Миләүшә Ҡасимова.
Читайте нас: