Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь 2017, 11:33

Республика көнө билдәләнде

Нәби мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Мәңге йәшә, сәскә ат, Башҡортостан” исемле сара ойошторолдо. Республика көнө тәбиғәт бүләк иткән аяҙ, сыуаҡ көндәргә тура килеүе менән дә күңелдә ҡыуаныслы хистәр уятты. Кисәне тантаналы асҡас, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Башҡортостанды беләһеңме?” тигән викторина үткәрелде. Ибәтуллина Наҙгөл, Хисаметдинов Ирхан, Тләүбәева Луиза күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп тыуған төйәгебеҙ хаҡында белемдәрен күрһәттеләр. Был сарала шулай уҡ Башҡортостаныбыҙ тураһында матур йырҙар башҡарылды, аһаңле шиғырҙар тыңланылды, һуңынан барыһы ла бейеп күңел асты. Дәртле, фәһемле сара барыһына ла оҡшаны. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе ҡәҙерләп, ойошоп йәшәгәндә генә милләтебеҙ һаҡланасаҡ. Эйе, байрамдан бигерәк ошо хаҡиҡәтте төшөндөрөү кәрәк йәш быуынға. Нәби ауылы, А.Хисаметдинова

Нәби мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Мәңге йәшә, сәскә ат, Башҡортостан” исемле сара ойошторолдо. Республика көнө тәбиғәт бүләк иткән аяҙ, сыуаҡ көндәргә тура килеүе менән дә күңелдә ҡыуаныслы хистәр уятты. Кисәне тантаналы асҡас, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Башҡортостанды беләһеңме?” тигән викторина үткәрелде. Ибәтуллина Наҙгөл, Хисаметдинов Ирхан, Тләүбәева Луиза күп һорауҙарға дөрөҫ яуап биреп тыуған төйәгебеҙ хаҡында белемдәрен күрһәттеләр. Был сарала шулай уҡ Башҡортостаныбыҙ тураһында матур йырҙар башҡарылды, аһаңле шиғырҙар тыңланылды, һуңынан барыһы ла бейеп күңел асты. Дәртле, фәһемле сара барыһына ла оҡшаны. Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе ҡәҙерләп, ойошоп йәшәгәндә генә милләтебеҙ һаҡланасаҡ. Эйе, байрамдан бигерәк ошо хаҡиҡәтте төшөндөрөү кәрәк йәш быуынға.


Нәби ауылы, А.Хисаметдинова
Читайте нас: