Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2017, 17:16

Маҡсаты-конкурентлыҡҡа һәләтле балалар тәрбиәләү



Мәһәҙей ауылында өлгөлө ғаиләлә тыуып үҫкән,яҙмыш буйынса бик иртә атаһы үлеп,ата наҙынан мәхрүм ҡалған ҡоростан да ныҡ Фәнил Ғәйәз улы Мөхәмәтйәнов Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетын уңышлы тамамлағандан һуң,Нәби мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эшләй башлай.Булдыҡлы уҡытыусы уҡыусылар ,ата-әсәләр араһында тиҙ арала хөрмәт ҡаҙана.Унан һуң 1998 йылда шәп белгесте райондың ҙур мәктәптәренең береһе -Байназар мәктәбенә географ итеп тәғәйенләйҙәр.Мәктәптә,ауылда әүҙем йәмәғәтсе,сәхнә оҫтаһы,профком рәисе,ауыл Советы депутаты,хатта полиция хеҙмәткәре була ул.Ҡурғашлы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнгәс,ул унда ла уҡытыу-тәрбиә,хужалыҡ эштәрен уңышлы атҡара. Мәктәп алдынғылар рәтенә сыға.Тик унда бер аҙ эшләгәс,үҙ теләге менән яратҡан эшенә –Байназар мәктәбенә география уҡытыусыһы булып кире ҡайтып,башкөллө эшкә сума. Бөгөнгө көндә балалар һәм үҫмерҙәр хоҡуғын яҡлау инспекторы булып та уңышлы эшләй.География серҙәренә өйрәтеп,йәш быуында тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙәге оло хеҙмәттәре өсөн ул Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы билдәһенә лайыҡ булған.

Фәнил Ғәйәз улы өсөн эшмәкәрлегендә ваҡ-төйәк юҡ.Ул бынамын тигән кабинет йыһазландырып алған.Һәр дәрескә ентекле әҙерләнеп килеү,туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр һәм табыштар,бай фантазия һәм ижади ҡараш,дәрестәрендә ерле материалды урынлы файҙаланыу уҡытыусы өсөн оло терәк булып тора.Һоҡланғыс педагог Фәнил Ғәйәз улының төп маҡсаты-конкурентлыҡҡа һәләтле шәхестәр уҡытып һәм тәрбиәләп сығарыу,уларға дөрөҫ тормош йүнәлеше алырға ярҙам итеү.Һөнәрен яратып башҡарыу уға уҡыусыны дәрескә көйләргә,һәр береһенең һәләтен уңышлы ҡулланып,һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә.Алдынғы мәктәптең алдынғы уҡытыусыһы Фәнил Ғәйәз улының уҡытҡан уҡыусылары 1998 йылдан алып,район,республика,Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәрендә,фәнни-ғәмәли конференцияларҙа,фән олимпиадаларында ,экологик слет,геологик походтарҙа ,”Ҡурсаулыҡ утрауы дуҫтары” экологик хәрәкәтендә ,Халыҡ-ара “Парктар маршы”акцияларында һәр ваҡыт ышаныслы сығыш яһап,юғары күрһәткестәргә өлгәшәләр.Шулай уҡ Өргөн күле янында ,Туймазы районының Ҡандракүл яры буйында үткән экослеттарҙа ҡатнашып,еңеү яулаған Фәнил Ғәйәз улы етәкселегендәге Байназар экологик командаһы 2018 йылдың йәйендә Дәүләкән районының Асылыкүл буйында үтәсәк республика экологик слетынды ҡатнашыу хоҡуғы алған. Сәлихйән Тләүбаев,Альбина Байрамғоловалар үткән уҡыу йылында география фәне район олимпиадаһында призерҙар булғандар. 2017 уҡыу йылында “Ауыл мәктәбенең ижади ҡунаҡханаһы:уҡытыусы-уҡыусы”республика уҡыу-эҙләнеү конкурсында Фәнил Ғәйәз улы үҙенең туғыҙынсы класс уҡыусыһы Йәнгүзәл Мөхәмәтйәнова менән еңеүсе исеменә лайыҡ булалар һәм беренсе Дәрәжәләге диплом менән бүләкләнәләр. Шул уҡ йылда ун беренселәр Роза Ишбулатова,Азалия Буранбаева,туғыҙҙан Йәнгүзәл Мөхәмәтйәновалар В.И.Вернадский исемендәге икенсе Төбәк-ара эҙләнеү эштәре конкурсының “Геоботаника” секцияһында өсөнсө урын яулап,Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығының ||| Дәрәжәләге дипломдары менән бүләкләнәләр.

Үҙе район методик берекмә эштәрендә лә бик әүҙем.Эш тәжрибәһе,оҫталығы менән ихлас уртаҡлашып,асыҡ дәрестәр,оҫталыҡ сәғәттәре күрһәтә,сығыштар яһай,йәш уҡытыусыларҙың әйҙәүсеһе лә-уларға һәр саҡ методик ярҙам күрһәтә .Үҙ фәне буйынса федераль белем биреү стандарттарына ярашлы программаларҙы үҙ ерлегебеҙгә еткереп эшләүгә лә күп көс һала тәжрибәле уҡытыусы.Ғаиләләрҙә лә ата-әсәләр Фәнил Ғәйәз улын һәр саҡ көтөп алалар,кәңәш –төңәш итәләр.

Уҡыусыларының артабанғы яҙмышына бер ҙә битараф булмай,Фәнил Ғәйәз улы “уҡыусым уҡырға инһен” тип,юғары уҡыу йорттары һикәлтәләрен һәр саҡ тапай,кәрәк икән,ярҙам да итеп ебәрә,үҙ маҡсатынан тайпылмай ул.2015 йылда уҡыусылары Миләүшә Назарова,Айгүзәл Шәрәфетдинова,Зөлхизә Батырова,Фидаил Байназаровтар,2016 йылда Нәфис Зәйнуллин,Салауат Шәмсетдинов,Самат Хатапов,Гөлиә Хәйбуллина ,быйылғы йылда өс уҡыусыһы-Альбина Байрамғолова,Азамат Ғәбитов,Фәнүр Сәйәховтар имтихандарын яҡшы тапшырып,юғары һөҙөмтә менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының,БДУ-ның сибай филиалдарының география факультетының студенттары булып киттеләр.Төрлө йылдарҙа Байназар мәктәбен Фәнил Ғәйәз улында тамамлаған уҡыусылары араһынан бөгөнгө көндә Илгизә Тажитова,Илүзә Хисмәтуллина,Гөлиә Мәсәғүтова,Йүлиә Вәлиева,Илнар Кинйәкаев,Мөнир Мөниров,Денис Нурғәлин,Гүзәлиә Әхмәтовалар география факультетында уңышлы белем алалар.Бихисап уҡыусылары Башҡортостанда геологик хәрәкәте эшендә әүҙем ҡатнашып,”Башҡортостандың йәш геологы”значоктары менән бүләкләнәләр.География факультетын уңышлы тамамлап,Алик Сәфиуллин,Алмаз Зәйнуллин,Рәмис ,Салауат Мөхәмәтйәновтар,Миргиз,Әлфиә Аҫылбаевтар уҡып сығып,геологтар булып уңышлы эшләп йөрөйҙәр.

Фәнил Ғәйәз улының тормош һәм хеҙмәт юлы бик күптәргә өлгө булырҙай,фәһем бирерҙәй.Ғаиләһе лә бик дан. Әлшәй ҡыҙы

Минзәләгә өйләнеп,туптай ике ул,еләктәй бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.Минзәләһе менән бер-береһе менән аңлашып,матур ғүмер итәләр.Оло улдары Салауат БДУ-ның геология факультетының “Геология һәм геоморфология” бүлеген уңышлы тамамлап, ”Башнефть” ОАО-һында әйҙәүсе геолог булып эшләй.Ә Азаматы Урал аръяғындағы Баймаҡ ауыл хужалығы колледжын тамамлап,һөнәре буйынса районда уңышлы эшләп йөрөй.Наҙгөлдәре мәктәптең бишенсе класында тик яҡшы билдәләргә уҡый.

---Байназар мәктәбе ошондай –ғүмер артылыштары иленә ,халҡына арналған ,артылыштарға артылғанда ,артына ла ҡайырылып ҡараған,быуындар бәйләнеше булдырып,үҙенә торошло алмаш әҙерләүҙе бурыс итеп алған Фәнил Ғәйәз улы Мөхәмәтйәнов кеүек уҡытыусылары булыуы менән бик тә бәхетле.

Бына шундай уҡытыусы менән бер коллективта эшләүебеҙ –оло ғорурлыҡ!-ти Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев ғорурланып.

Шәп уҡытыусы-тәрбиәсе Фәнил Ғәйәз улын киләсәктә лә ижад ҡомары ташламауын,өр-яңы үрҙәргә илтеүен,артабан да ғүмер миҙгелдәренең ҡояшлы булыуын теләйек. Бындай тәжрибәле шәп уҡытыусыларыбыҙ бар икән,киләсәгебеҙ ҙә яҡты,нурлы буласағына шик юҡ.
Читайте нас: