Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2017, 13:33

Эшләгәнгә эш ҡарышмай

“Урал” АХК-һы бөгөнгө көндә тотороҡло эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Быйылғы йылда улар ныҡлы мал аҙығы запасы туплаған, мал ҡышлатыуға ферма ла күптән әҙер. Хужалыҡ етәксеһе Рәфис Дауытов әйтеүенсә, фермаға 220 тонна бесән, 250 центнер һалам ташылған??. 510 тонна силос соҡорға һалынған?, Ҡарағай йылға яланының 14 гектар майҙанынан 30 тонна иген һуғып алынған, Ҡыҙыл һыйыр яланының 8 гектарынан 17 тонна ырҙынға ташылған. Киләһе йыл уңышы өсөн 10 тонна һоло, 5 тонна бойҙай орлоҡҡа һалынған. Йәйләүҙе уңышлы тамамлаған хужалыҡ уңғандары 21 сентябрь малдарҙы фермаға алып ҡайтҡан. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 135 баш һыйыр малы аҫрала, шул иҫәптән – 76 һауын һыйыр, 2 үгеҙ һәм ҡалғаны тана-торпо. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса ла курһәткестәр насар түгел. Ағымдағы йылдың 9 айына бөтәһе 1004 центнер һөт, 350 центнер ит етештерелгән. Шул иҫәптән 956 центнер һөт хөкүмәткә тапшырылған. Бөгөнгө көндә хужалыҡта бөтәһе 14 кеше эшләй. Үҙ бурыстарына яуаплы ҡараған, тәжрибәле эшселәр тупланғанға күрә хужалыҡтың эштәре лә уңышлы бара. Фермала ла һәм йәйләүҙә лә тәжрибәле һауынсылар Миләүшә Йәһүҙина, Зөлфиә Ғалина, Нурсилә Иманғолова, сепаратсы Шәмсиә Моратшиналар барҙа эш ҡарышмай. Малдарҙың көрлөгө лә әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Оло малдарҙы ҡараусы малсылар Фәнил Йәһүҙин менән Заһир Ҡарағолов, тана-торполарҙы көтөүсе Айгиз Мөхәмәтғалин менән Тайфур Шәмиғоловтар иңенә төшкән бурыстарын намыҫлы атҡаралар. - Тракторист-механизаторҙарҙың да иң-иңдәре беҙҙең хужалыҡта. Мал аҙығы әҙерләү осоронда баҫыуҙан ҡайтып инмәнеләр, ең һыҙғанып эшләнеләр. Алыштырғыһыҙ механизаторыбыҙ Салауат Ғөбәйҙуллин бөтә баҫыу эштәрен алып барҙы, бөгөн дә яланда. Иҫке Ыҙма яланының 14 гектарын туңға һөрә, - ти хужалыҡ етәксеһе Р. Дауытов. - Трактористарыбыҙ Зөлфәр Мөхәмәтйәнов, Рафиҡ Исҡужин, Илһам Ғалин бесән әҙерләүҙә лә, силоста ла ал-ял белмәй эшләне, ғөмүмән улар башҡа хужалыҡ эштәрендә лә һынашмай, эшем эш булһын тип йөрөгән намыҫлы эшселәр. Хужалыҡтағы барлыҡ үҙгәртеп ҡороу этаптарын эшселәр менән бергә үткәргән тәжрибәле бухгалтерҙарҙың эшенән дә ҡәнәғәт етәксе. Үҙ эшен оҫта башҡарыусы Нәфисә Заһитова хужалыҡта 40 йылға яҡын эшләһә, Әлфиә Абдуллина 30 йылдан ашыу иҫәп-хисап эшен алып бара. Эйе, хужалыҡ бөгөнгө көндә фәҡәт үҙ көсө, үҙ тәжрибәһе менән генә аяҡта ныҡлы баҫып тора. Бында хужалыҡ етәксеһе Р. Дауытовтың ауыл хужалығы тармағында оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплауынан, үҙ эшенә һәм башҡаларға талапсан булыуынан, эшселәре менән кәңәшләшеп бер төптән эшләүенән дә киләлер. Һәр хәлдә “Урал” АХК-һы үҙҙәренең һөнәри байрамдарын - ауыл хужалығы эшсәндәре көнөн һөҙөмтәле хеҙмәттәре менән лайыҡлы ҡаршылай. А. АҠЫЕВА.

Читайте нас: