Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2017, 18:29

Байрам менән

Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Ауыл хужалығы тармағы һәм эшкәртеү сәнәғәте – илебеҙҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүсе, уның иҡтисади һәм ижтимағи яҡтан тотороҡло үҫешен булдырыусы мөһим өлкә. Был тармаҡ тап аграрийҙарҙың намыҫлы хеҙмәте арҡаһында үҫешә, киләсәккә өмөт менән аяҡ баҫа.

Беҙҙең районда ла ерле халҡыбыҙҙың күпселеге малсылыҡ, ҡырсылыҡ эштәренән йәшәү сығанағы таба. Коллектив фермер хужалыҡтар, агросәнәғәт комплексы күп кенә райондаштарыбыҙҙы эш урыны менән тәьмин итә. Киләсәктә лә был йәһәттән Хөкүмәтебеҙ алып барған төрлө программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса беҙгә ең һыҙғанып, берҙәм һәм ҡыйыу рәүештә эш алып барырға кәрәк

Еңел булмаған, көсөргәнешле һәм яуаплы эшегеҙҙә көс һәм дәрт, яңынан-яңы уңыштар, тырышлыҡтарығыҙҙың һөҙөмтәле булыуын, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаиләләрегеҙҙең имен һәм мул тормошта йәшәүен теләйем!


Р..Шәрипов, муниципаль район Хакимиәте башлығы
Читайте нас: