Сағыу көҙ матур байрамдарға бик бай һәм шуға ла мәктәптәрҙә төрлө кисәләр гөрләп үтеп тора. Беҙҙең Әтек мәктәбендә лә ошо арала уҡыусыларҙың көтөп алған Уңыш байрамы үтте.
Был сараға әҙерлек алдан башланды һәм билдәләнгән көн тиҙ генә килеп тә етте. 1-се класс уҡыусылары бигерәк тә ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй тулҡынланып, ишек төбөнән үк:”Беҙ 1 – се урын алабыҙ!”- типкилеп инделәр.
Байрамға ата-әсәләр, уҡыусыларҙың апай-ағайҙары ла килгән ине. Ауылдашыбыҙ йәш йырсы Ғайсар Миңлеғоловтың килеүе сараға тағы ла байрам төҫө өҫтәне. Уның жюри составына һайланыуы, уҡыусыларға яҡшы сығыш яһарға этәргес булды.
Һәр класс яҡшы әҙерләнгән ине. Үҙенсәлекле сығыштары, дәртле йырҙары, бейеүҙәре барыһының да күңеленә хуш килде. Көҙһылыуҙар парады ла көҙҙөң үҙе кеүек күҙҙең яуын алып торҙо. Аҙаҡтан ошондай күңелле шаулы тулҡында йәрминкә башланып китте. Уҡыусылар үҙҙәре бешереп алып килгән ризыҡтарын килгән ҡунаҡтарға тәҡдим итте. “Оҫта һатыусылар” сауҙаны бик яҡшы ойошторҙо.
Йомғаҡ яһарға ла ваҡыт етте. Башланғыс кластар араһында 1-се урынды 1-се класс уҡыусылары(класс етәкселәре Алгазина Р.Р) яуланы. 2-се урынды 3 – сө класс(кл.етәк. Чернова Ә.Ш.) һәм 2,4 – се класс уҡыусылары(кл.етәк. Хәкимова А.М.) бүлеште. 5-9 кластар араһында 3 – сө урынды 6 – сы класс уҡыусылары(кл.етәк. Алгазина М.И.), 2 – се урынды 7,8 – се класс(кл.етәк. Грецу М.Н.), 1 – се урынды 9 –сы класс уҡыусылары(кл.етәк. Күжәбаева Ә.С.) яуланы. Гран – при 5 – се клас уҡыусыларына(кл.етәк. Исламова З.Ф.) эләкте.