Новости
2 Октября 2017, 07:22

Көҙгө йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Йәрминкәгә рәхим итегеҙ!2.10.2017 5 октябрҙә “Көҙ байлыҡтары-2017” тип аталған традицион көҙгө йәрминкә һәм ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө үтә.

5 октябрҙә “Көҙ байлыҡтары-2017” тип аталған традицион көҙгө йәрминкә һәм ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө үтә.

9.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалалары символикаһын официаль теркәүҙең 10 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы йыйылыш һәм дәүләт символикаларының күсмә күргәҙмәһе була.

11.00 сәғәттә- йәрминкәне асыу тантанаһы.

Йәрминкәлә иген, бесән, утын, бал, ит, һөт, май, ҡорот, шулай уҡ картуф, йәшелсә, емеш-еләк башҡа ризыҡтар һәм көнкүреш әйберҙәре тәҡдим ителәсәк.Дөйөм туҡланыу урындары, баҙар эшләйәсәк. Байрам сиктәрендә күңел асыу саралары ойошторола, бай программалы концерт тәҡдим ителә.

Муллыҡ, именлек, берҙәмлек өлгөһө булған көҙгө йәрминкәгә рәхим итегеҙ!
Читайте нас