Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Сентябрь 2017, 11:41

Хәрәкәттә бәрәкәт

Нәбии мәктәбендә ошо девиз аҫтында “Һаулыҡ көнө” үткәрелде. Асыҡ һауала хәрәкәтле уйындарҙың һаулыҡ өсөн баһалап бөткөһөҙ көскә эйә икәнлегенә тағы ла бер ҡат ышанды балалар. Тәбиғәт шарттарында ойошторолған күнекмәләрҙең күп төрлөлөгө, мауыҡтырғыс булыуы барыһын берҙәй сәмле ярыштарға тартты.

Нәби мәктәбендә ошо девиз аҫтында “Һаулыҡ көнө” үткәрелде. Асыҡ һауала хәрәкәтле уйындарҙың һаулыҡ өсөн баһалап бөткөһөҙ көскә эйә икәнлегенә тағы ла бер ҡат ышанды балалар. Тәбиғәт шарттарында ойошторолған күнекмәләрҙең күп төрлөлөгө, мауыҡтырғыс булыуы барыһын берҙәй сәмле ярыштарға тартты. Ҡотлауҙар һәм изге теләктәрҙән һуң мәктәптең физик тәрбиә уҡытыусыһы Һатыбалов Илшат Әхтәм улы бурыстар менән таныштырҙы. Башланғыс синыфтарға “Күңелле старттар” үткәрелде, ә 5-9 кластар өс төркөмгә бүленде. Әле көҙ төҫө яңы инә башлаған Айыуҙы буйы шат тауыштарға күмелде. Төркөмдәрҙең ойошҡанлығы, костюм-эблемалар ҙа баһалау иҫәбенә индерелә барҙы. Сентябрь аҙағындағы туризм көнөн дә иҫәпкә алып төҙөлгән программа буйынса, ярышта ҡатнашыусылар тәүҙә карта ярҙамында “Урында ориентир” этабын үттеләр.
Һуңынан билдәле ваҡыт эсендә төрлө ҡаршылыҡтар аша финиш яуланды. Уҡыусылар тәбиғәт балаһы Мауглиҙай булып, ағасҡа эленгән арҡанға аҫылынып та, иғтибарлыҡты талап иткән “һаҙлыҡ”, лабиринттар аша сығып та, тар баҫмалар, йыуан бүрәнәләр өҫтөнән дә үттеләр. Тәбиғәт шарттарында маҡсатыңа барып етеү өсөн шыуышырға ла, үрмәксе ауы шикелле ҡаршылыҡтарҙы үтергә лә, йәнәш арҡандарҙың береһенә тотоноп, икенсеһендә аяҡ шыуҙырып та төркөмөң өсөн мәрәй яуларға тура килде. Һуңғы этапта трос ярҙамында түбәнгә шыуып финишҡа ынтылдылар. Ҡарабулатов Инсаф етәкләгән “Спортсылар” төркөмө был исемде юҡҡа һайламағандарын иҫбатлап, беренсе урын алды. “Дуҫлыҡ” менән “Йылмайыу” икенсе юлы әүҙемерәк булырға тигән маҡсатта ҡалды. Сабышып арыһалар ҙа, барыһы ла ҡәнәғәт булды, концерт номерҙары менән сығыш яһап та өлгөрҙөләр. Әленән әле һибәләгән ямғыры менән көҙ етеүен иҫкәртеп торған тәбиғәт тә ул көндө сыуаҡ ҡояш бүләк иткәйне- йүгермәҫ ереңдән йүгерерһең. Һуңынан барыһы ла усаҡ өҫтөндә бешкән ҡаҙан ашы менән кинәнделәр. Ашнаҡсылыр:” Аппитеттары бик шәп булды балаларҙың, мәктәптәге кеүек аш талымлап ултырыусы юҡ”,- тип көлөштөләр.
Бүләкләүҙәр һәм күңелле аш табынынан һуң файҙалы һәм күңелле “Һаулыҡ көнө” сараһында ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф менән өйҙәренә таралышты.
А. Хисаметдинова,
Читайте нас: