Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Сентябрь 2017, 18:42

Ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша

Үткән аҙнала район мәҙәниәт һарайы алдында “Нәзәкәт-маркет” тип исемләнгән күргәҙмә-йәрминкә үтте. Сара “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге Бөрйән ҡатын-ҡыҙҙарының “Нәзәкәт” төркөмө етәкселеге, район мәҙәниәт һарайы һәм китапханаһы менән берлектә ойошторолдо. Икенсегә үткәрелгән күргәҙмә-йәрминкәлә районыбыҙҙың уңған һәм оҫта ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең зауыҡлы, сағыу, үҙенсәлекле ҡул эштәрен, тәм-том ризыҡтарын, гөл-сәскә үҫентеләрен тәҡдим итте.

Читайте нас: