Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2017, 12:37

Ике күпер төҙөлә

Нәби ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү эштәрен “УралДорСтрой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте 2015 йылда уҡ башлағайны. Тәүҙә финансҡа бәйле эштәр туҡтап торһа, һуңғараҡ көтөлмәгән ҡаршылыҡтар килеп сығып төҙөлөш оҙаҡҡараҡ һуҙылды. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Н. Сафин әйтеүенсә объектты быйылғы йылдың декабрендә ҡулланыуға тапшырырға тейештәр.

Нәби ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү эштәрен “УралДорСтрой” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте 2015 йылда уҡ башлағайны. Тәүҙә финансҡа бәйле эштәр туҡтап торһа, һуңғараҡ көтөлмәгән ҡаршылыҡтар килеп сығып төҙөлөш оҙаҡҡараҡ һуҙылды.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Н. Сафин әйтеүенсә объектты быйылғы йылдың декабрендә ҡулланыуға тапшырырға тейештәр. “Яҙ һәм йәй баштары һыу мул булыу сәбәпле күперҙең пилондары урынынан шылғас, күперҙе өҫтәмә рәүештә ике терәк (пилон) ҡуйып нығытыу, булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн яңы проект әҙерләнеп, 2 млн 900 мең һум аҡса бүленде. Республика буйынса быраулау техникалары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шунлыҡтан уларға заказдар ҙа күп, оҙаҡ көтөргә тура килә. Әле быраулау техникаһын Яңы Монасипҡа килтерҙеләр, унда быраулау эштәре бөткәс, Нәби күперенә пилондар ҡуйыуға тотонасаҡтар. Унан күпер эргәһендәге юлға асфальт һалыу ҡала.
Яңы Монасип ауылында йылға аша күпер төҙөү өсөн 21 млн һум аҡса республика бюджетынан, шуның 1,5% район бюджетынан бүленде. Әле төҙөүселәр бригадаһы, техникалар килгән, материалдар етә. Бөгөнгө көндә электр, газ һәм элемтә линияларын ситкә күсереү, күпер төҙөләсәк урындың ташын алып, тигеҙләү эштәре бара. Тигеҙләп бөткәс быраулап, күпер өсөн терәүҙәр ҡуя башлаясаҡтар. ООО “Лидер” йәмғиәте күперҙе декабрь аҙағына тапшырыуға планлаштыра”, - тине.
Д. БАЙНАЗАРОВ.
Читайте нас: