Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2017, 17:56

Яҡын дуҫыбыҙ ине

Ғүмер ағыр һыу һымаҡ ҡына шул… Инде эш телефоныбыҙҙан гәзитебеҙҙең дә, үҙебеҙҙең дә яҡын дуҫыбыҙҙың: “Ҡыҙҙар, хәлдәрегеҙ нисек, һеҙҙең һандуғас моңондай тауышығыҙҙы ишеткәс, ун йылға йәшәреп киттем әле”, тигән шаян тауышы ишетелмәҫ…1935 йылда “Таң” гәзитенең тәүге һанын ҡулына алып уҡып, унан ғүмере буйы уға тоғро ҡалған, ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем гәзиткә яҙышып торған яҡын дуҫыбыҙ, районыбыҙҙа ғына түгел, республикала билдәле шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы һәм мәғариф ветераны, абруйлы аҡһаҡал Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы баҡыйлыҡҡа күсте.

Лайыҡлы йәшәне ул донъяла. Яҡты күңелле, ысын мәғәнәһендә интеллигент, юғары мәҙәниәтле, кешегә, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, итәғәтле булды. Зарланыу белмәне. Матур, аҡыллы итеп ҡартая белде.
Таланттар тәрбиәләүсе лә ул – Сәлихйән Хафизовичтың ғаиләһендә композитор ҙа, шағирә лә, рәссам да, яҙыусы ла, тарихсы ла үҫкән. Бер ғаиләлә! Был үҙе үк уның ниндәй атай булыуы хаҡында асыҡ һөйләй.
Беҙҙе уның грамоталылығы хайран итә ине. Ҡулъяҙмаларында һәр өтөр, һәр нөктә үҙ урынында, бер ниндәй хәреф хатаһы юҡ. Икенсе хайран иткән нәмә – туҡһанына еткәндә лә феноменаль хәтерле булыуы. Һуңғы йылдарҙа күҙе хөртәйеп киткәс, кешене тауышы буйынса айырҙы. Шунда ла гәзиттән айырылманы. Район гәзите килеү менән эргәһендәге кешенән уҡыта һалып, беҙгә үҙенең фекерен дә белдереп ҡуя торғайны. Редакцияға ебәргән мәҡәләләрен дә һуңғы йылдарҙа улы Заһир ағайҙан яҙҙырҙы. Әммә уларҙы ятҡа иҫләй ине. Унан мәҡәлә килеп тә етә, телефон да шылтырай. Таныш тауыш ишетелә. “Ҡыҙҙар, һеҙгә ебәргән мәҡәләмдең икенсе абзацының өсөнсө һөйләмендәге фәлән һүҙҙе фәлән тигәненә алыштырығыҙ әле, шулай нығыраҡ оҡшар һымаҡ…”. Беҙ алдыбыҙҙа ятҡан мәҡәләнән теге урынды саҡ табып алабыҙ…
Тормошобоҙға әле “көрсөк” тигән әрһеҙ һүҙ килеп инмәгән теге замандарҙа йыш ҡына ойошторолоп торған хәбәрселәр йыйындарына ла бик теләп килер ине дуҫыбыҙ. Ҡытҡылдата көлөп, берәй шаян хәтирәһен иҫләһенме, халыҡ йырын йырлар ебәрһенме… Йәш айырмаһын һиҙмәгәнбеҙ ҙә икән!
Аҡыллы ғына кәңәштәрен дә йәтеш кенә итеп һүҙ араһында ғына ҡыҫтырып ебәрер, гәзиттә килеп сыҡҡан хаталар тураһында ла йөҙҙө йыртмай ғына иҫкәртер аҡһаҡал, аҡыл эйәһе булып ҡалыр ул беҙҙең хәтеребеҙҙә…
Ҡәҙерле дуҫыбыҙҙың балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға сәләмәтлек, именлек, күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ.
Хуш бул, Аҡһаҡал! Йәнең йәннәттә булһын, дуҫыбыҙ!
“Таң” гәзите редакцияһы коллективы.
Читайте нас: