Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2017, 17:25

Мәктәптең ҡыйығы алыштырылған

Мәктәптең ҡыйығы алыштырылған«Берҙәм Рәсәй» партияһының Урындағы инициативаларҙы хуплау проекты ауылдарыбыҙҙың социаль йөҙөнә ыңғай тәьҫир итә. Ауылдың киләсәге булған балалар белем һәм тәрбиә алыусы мәктәптәргә лә ярҙамы ҙур уның. Яңы Усман мәктәбе лә ошо проект нигеҙендә яңырыу кисергән.

Мәктәптең ҡыйығы алыштырылған
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Урындағы инициативаларҙы хуплау проекты ауылдарыбыҙҙың социаль йөҙөнә ыңғай тәьҫир итә. Ауылдың киләсәге булған балалар белем һәм тәрбиә алыусы мәктәптәргә лә ярҙамы ҙур уның. Яңы Усман мәктәбе лә ошо проект нигеҙендә яңырыу кисергән. Тәғәйен алғанда, мәктәптең ҡыйығы профнастилға, шулай уҡ тәҙрәләре лә өлөшләтә евро тәҙрәләргә алыштырылған.
Барыбыҙға ла мәғлүм, был проект буйынса, дәүләттән бүленгән суммаға урында йәшәүселәр ҙә өҫтәп үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Мәктәпте төҙөкләндереү өсөн аҡса туплауға халыҡтың ауыл киләсәге мәктәптә икәнен аңлаған ҙур өлөшө ихлас ҡушылған. Ауыл эшҡыуарҙары Ниғмәт Мәжитов, Ҡадир Ҡаһарманов, Шәрәфулла Ҡолһарин, Айнур Ҡолһарин, Айшат Ишморатов, Фидан Мәзитов, шулай уҡ БР Урман хужалығы министры урынбаҫары булып эшләүсе ауылдаштары Арыҫлан Мырҙагилдин 5-6-шар мең һум, бынан тыш, Марсель Бикбулатов менән Роберт Мусин 3000-3500 һум аҡса тапшырған. Халыҡ көсө менән йәмғеһе 150 мең һум самаһы аҡса йыйылған.
Мәктәптең ҡыйыҡ япмаһын алыштырыу эшен үҙенең бригадаһы менән эшҡыуар Артур Халиҡов башҡарған.
Тирә-яғы гөл-сәскәгә күмелеп ултырған тәрбиәле мәктәп тағы ла күркәмләнеп киткән.
Т. СӘЙФЕТДИНОВА.
Читайте нас: