Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2017, 17:42

Иҫкәртеү отошлораҡ

Йәй үтте, һыуыҡ көндәр етә. Тимәк, һалҡын тейеүгә бәйле сирҙәр, грипп, киҫкен респираторлы-вируслы инфекция (ОРВИ) һ.б. сирҙәр осоро яҡынлаша тигән һүҙ. Әлбиттә, ҡабат хәтерегеҙгә төшөргө килмәй, әммә 2015 йылда грипп, ОРВИ сирҙәренең аҙыуы пневмония, хроник бронхит, отит, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һ.б. сирҙәргә нигеҙ бирҙе. Грипп һөҙөмтәһендә ошондай сирҙәргә тарыған ауырыуҙарҙың барыһы ла гриптан прививка яһатмаған булған. Ә 2016 йылда, халыҡты вакцинациялау һөҙөмтәһендә, госпиталләштереү осраҡтарының һаны ҡыҫҡарҙы һәм грипп менән бәйле ҡатмарлыҡтар килеп тыуыу һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары теркәлмәне.

Йәй үтте, һыуыҡ көндәр етә. Тимәк, һалҡын тейеүгә бәйле сирҙәр, грипп, киҫкен респираторлы-вируслы инфекция (ОРВИ) һ.б. сирҙәр осоро яҡынлаша тигән һүҙ.
Әлбиттә, ҡабат хәтерегеҙгә төшөргө килмәй, әммә 2015 йылда грипп, ОРВИ сирҙәренең аҙыуы пневмония, хроник бронхит, отит, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына һ.б. сирҙәргә нигеҙ бирҙе. Грипп һөҙөмтәһендә ошондай сирҙәргә тарыған ауырыуҙарҙың барыһы ла гриптан прививка яһатмаған булған. Ә 2016 йылда, халыҡты вакцинациялау һөҙөмтәһендә, госпиталләштереү осраҡтарының һаны ҡыҫҡарҙы һәм грипп менән бәйле ҡатмарлыҡтар килеп тыуыу һөҙөмтәһендә үлем осраҡтары теркәлмәне.
Сәләмәт өлкәндәр араһында пневмония сәбәбе менән госпиталләштереү һаны 40 процентҡа кәмене.
Гриптан һуң күҙәтелә торған хроник бронхит һәм отит сирҙәренең ҡуҙғыу йышлығы 20 проценҡа ҡыҫарҙы.
Быйыл көҙ райондың медицина хеҙмәткәрҙәре хәүеф төркөмөнә ингән 6500 тирәһе кешене гриптан прививкаларға планлаштыра: 3000 бала (2016 йылда – 1600 бала) һәм 3500 өлкән кеше (2016 йылда – 3000 өлкән кеше). Был район халҡының уртаса 40 проценты тирәһе тигән һүҙ. 2016 йылда миҙгелле вакцинациялауға район халҡының 30 проценты йәлеп ителде.
Вакцинация кешегә 6 айҙан башлап яһала. Вакциналау арҡаһында ҡатмарлыҡтар килеп сығыу осраҡтары теркәлгәне юҡ. Прививка алдынан табип ҡарауы мотлаҡ.
Әлеге ваҡытта районға “Совигрипп” вакцинаһының 3490 дозаға иҫәпләнгән тәүге партияһы килде.
Процедура бушлай башҡарыла. Был иҫәпкә мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар, студенттар, медицина, мәғариф, хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, хроник сирҙәр менән яфаланыусы оло йәштәге кешеләр, йөклө ҡатын-ҡыҙҙар инә.
Үҙ ваҡытында яһалған прививка ауырыу йышлығын уртаса 2 тапҡырға түбәнәйтә, шулай уҡ сир еңелерәк үтә һәм төрлө ауыр эҙемтәләргә килтермәй. Вакцинацияланғандан һуң 2 аҙна үтеүгә кешелә грипп вирусына иммунитет барлыҡҡа килә һәм ул 12 ай һаҡлана.
Хөрмәтле райондаштар, грипп, ОРВИ сирҙәренә ҡаршы прививка яһатыу өсөн урындарҙа райондың фельдшер-акушерлыҡ пункттарына, амбулаторияларға, поликилиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сәләмәт булығыҙ!
Ю. КОРОБЧАНСКИЙ, табип-эпидемиолог.
Читайте нас: