Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2016, 20:30

"Таң"лы ла, бүләкле лә булдылар

“Таң” гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған “Аҙна һайын – бүләк” уйынының үткән аҙналағы еңеүселәре асыҡланды. Әйткәндәй, үткән аҙна бигерәк емешле булды – район гәзитенә яҙылған 80-дән артыҡ кеше квитанцияһының күсермәһен тапшырҙы. Һәр бүләккә һан билдәләнгән. Еңеүселәр редакцияла тағы бер тапҡыр лотерея уйнап, үҙенә яҙған бүләккә эйә була.

Был юлы квитанцияларҙың теркәү һандарын район мәғариф бүлегенең методистарынан тарттырҙыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, үткән аҙна еңеүселәренең 4-әүһе тап уҡытыусылар булып сыҡты.

Шулай итеп, бына улар сираттағы еңеүселәр:

Флүрә Хәкимова (Иҫке Собханғол); Дилә Баймырҙина (Тимер); Фәниә Яҡшыбаева (Байназар); Зөлхизә Шәмиғолова (Әбделмәмбәт); Рәсимә Арыҫланғужина (Тимер); Гөләндәм Шәғәлина (Ҡолғана).

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә “Таң” менән бергә булыуҙарын теләйбеҙ.

Флүрә

Хәкимова:

- “Таң”ды алдырмай ҡалғаным юҡ. Мин, элекке партия кешеһе булараҡ микән, гәзиттәге сәйәсәткә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе иң беренсе уҡый һалам. Йәнә оло кешеләр тураһындағы яҙмалар оҡшай. Уларҙың тормоштарында күпме фәһем.

Шиғырҙар уҡырға ла яратам. Районда шиғыр яҙыусылар күп икән ул. Ҡайһы бер гәзиттәрҙе хатта һаҡлап һалып барам.

“Таң”ға яҙылмай ҡалыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Район тормошо шунда бит. Киләсәктә балаларҙы тәрбиәләү мәсьәләһенә ҡағылышлы мәҡәләләр күберәк булһын ине. Сөнки, сер түгел, балалар араһында төрлө насар ғәҙәттәр арта, суицид осраҡтары ла булып ҡуя.

Мин, ғөмүмән, тормоштан ҡалышмаҫҡа тырышам – көн һайын радионан да, телевизорҙан да яңылыҡтар тыңламай-ҡарамай ҡалмайым. “Таң”һыҙ йәшәүҙе лә күҙ алдына ла килтермәйем.

Яҡындарыма, күршеләргә “Таң”дан бүләк эләгеүе хаҡында һөйөнсөләп тә бөттөм инде. Был матур сынаяҡтарҙы шкафтың түренә генә ултыртып ҡуйырмын.

Фәниә

Яҡшыбаева:

- “Таң”ды хәреф таный башлағандан алып уҡыйым, тиһәм дә хата булмаҫ. Миңә ауыл тормошо, ғаиләләр хаҡындағы мәҡәләләр айырыуса оҡшай. Тырышып донъя көтөүсе, етеш йәшәргә йәбешеп ятыусы йәштәр хаҡында мәҡәләләр күберәк булһын ине.

Йәнә әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйым. Үҙебеҙҙең арала йәшәүсе яңы ҡәләмгә тотонған кешеләрҙең ижад емештәре айырыуса ҡыҙыҡлы. Олораҡ быуын вәкилдәренең күргән-кисергәндәре хаҡында яҙылған мәҡәләләр ҙә бик уҡымлы. Ауылдарыбыҙ тарихы хаҡындағы яҙмалар ҙа оҡшай. Ғөмүмән, гәзитте энәһенән ебенә тиклем уҡыйым. Ғәҙәттә, иң һуңғы биттәге ҡотлауҙарҙан башлайым гәзит менән танышыуҙы. Киләсәктә лә “Таң” беҙҙе матур яңылыҡтары менән ҡыуандырып торһон.

Рәсимә

Арыҫланғужина:

- Тап тыуған көнөмдә бүләк отоуым икеләтә һөйөнөслө булды. Район гәзитен яратабыҙ, уҡыйбыҙ. Хатта бер-беребеҙҙән йәшереп уҡыйбыҙ. Иң беренсе “Таң”ға йәбешәбеҙ. Киләсәктә лә район гәзитенән айырыл-маҫбыҙ. Матур-матур хикәйәләргә урынды күберәк бирһәгеҙ ине тигән теләгем дә бар. Был автомобиль өсөн саң һурҙырғыс машинабыҙға бик кәрәкле әйбер ул.

Дилә

Баймырҙина:

- Район гәзитендә үҙебеҙҙең район ижадсыларына күп урын бирелеүе оҡшай. Бигерәк тә хикәйәләрҙе яратып уҡыйым. Өйгә гәзит килһә, кемуҙарҙан алып индереп, талашып тигәндәй уҡыйбыҙ. Көтөп алабыҙ гәзитте. Ғөмүмән, хәлдән килгән тиклем республика баҫмаларына ла яҙылырға тырышабыҙ.

“Таң”дың тәмле дәртләндереү призы эләккәнгә бик шатмын.



Читайте нас: