Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2016, 18:31

Халыҡтыҡы - халыҡҡа

Иҫке Мөсәт менән Яңы Собханғол араһында тау аҫтынан урғылып сығып, бер аҙ ағып Саҡмағош йылғаһына ҡойған гәлсәр һыулы Ҡойонсаҡ шишмәһен районда белмәгән кеше һирәктер. Сит тарафтарҙа ла кешеләр хәбәрҙар уның тураһында. Һыуының шифалы, минералдарға бай булыуы менән киң танылыу алған был шишмә. Шуға ла ике ауыл халҡы ғына түгел, район үҙәгенән дә ихлас йөрөйҙәр бында шишмә һыуына. Хатта сит тарафтарҙан беҙҙең яҡтарға килеп-киткәндәр ҙә шишмә янында туҡтарға, һыуын тәмләп, һауыт-фәләненә ҡойоп алып ҡайтырға форсатын табып, ваҡытын йәлләмәне. Эйе шулай булды. Ләкин ағымдағы йылдың июленән “Мәсем” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тарафынан шишмәгә ирекле үтеп йөрөүҙе сикләгән режим индерелә. Һөҙөмтәлә халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуа, мәсьәләне хәл итеүҙе һорап ике ауыл халҡы прокуратураға яҙма мөрәжәғәт бирә.

Мәсьәләнең айышына төшөнөү өсөн 2006 йылға урап ҡайтайыҡ. Теүәл ун йыл элек, 2006 йылдың 14 июлендә 72-06-13 зем һанлы ер участкаһын арендалау һәм 2007 йылдың 16 майындағы өҫтәлмә килешеүҙәр нигеҙендә 8119

кв.м. ер Ҡойонсаҡ шишмәһе менән “Мәсем” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә (директоры Коробчанская Л. Г.) оҙайлы срокҡа арендаға бирелә.

“Мәсем” ЯСЙ-һы иһә таҙартылған шишмә һыуын бәләкәй һауыттарға ҡойоп (тултырып) һатыуҙы юлға һалыуҙы, ошо маҡсатта цех асыуҙы планлаштыра. Урындағы халыҡҡа 15-ләп эш урыны булдырыу күҙаллана. Ысынлап та, килешеүгә ҡул ҡуйылғас, эштәр әүҙем генә башланып китә. Биләмә санитар нормаларға ярашлы профнастил менән кәртәләп алына, цех өсөн ҙур ангар төҙөлә, электр энергияһы индерелә, шишмәнең үҙенә элекке ағас бура урынына таштан будка ҡуйыла. Бөтә был эштәр һәм шишмә яны төҙөкләндерелеп, Ҡойонсаҡтың эргә-тирәһен мал тапауҙан һаҡлауҙы тәьмин итеү, әлбиттә, ҙур ғына финанс сығымдары һалып башҡарылған эштәрҙең ыңғай яҡтары, тип баһаларға була.

Башланған эш - бөткән эш, тиһәләр ҙә Ҡойонсаҡтың һыуын һауыттарға тултырып һатыу идеяһы тиҫтә йылдарға һуҙыла, цех әле булһа эшләмәй. Быйыл йәй эш яңынан ҡуҙғала, шишмәгә ингән биләмәгә ҡапҡа, төнгө ҡарауылсы ҡуйып инеү-сығыу режимы индерелә. Һәм халыҡҡа әүәл-әүәлдән йөрөгән шишмәгә ирекле инеп йөрөү сикләнә. Дөрөҫ, шишмә һыуы биләмәнән ситтәрәк ҡуйылған бер колонкаға тоташыуын тоташҡан, тик халыҡтың әйтеүенсә, унан теләгән ваҡытта һыу алып булмай, эшләгәнгә ҡарағанда эшләмәгән мәле күберәк була. Килеп, кәрәкле ваҡытта шишмәнән һыу ҙа алып булмағас, билдәле, был халыҡ араһында ғәҙел ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм улар яҡлау һорап БР Экология министрлығының Белорет территориаль бүлеге дәүләт инспекторы Ә. Нуритдиноваға, прокуратураға мөрәжәғәт итә. “Мәсем” ЯСЙ-һы тарафынан халыҡтың шишмәгә ирекле үтеп йөрөү хоҡуғын сикләүҙең административ хоҡуҡ боҙоу булып тороуын билдәләп, дәүләт инспекторы ҡабул иткән ҡарарға ярашлы ағымдағы йылдың сентябрендә яуаплылығы сикләнгән йәмғиәткә административ штраф һалына һәм халыҡҡа шишмәгә ирекле инеп йөрөү мөмкинлеге булдырыу талабы ҡуйыла. Бындай ҡарар менән риза булмай, уны кире ҡағыуҙы һорап “Мәсем” ЯСЙ-һы етәкселеге судҡа мөрәжәғәт итә. Әммә суд килешеү (№72-06-13зем) буйынса урындағы халыҡҡа шишмәгә ирекле инеп-сығып йөрөү мөмкинлеге бирелергә тейеш булып та, уның үтәлмәүен факттар менән дәлилләп, ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдыра.

Үткән аҙнала ике ауылдан халыҡ Ҡойонсаҡ янына сходҡа йыйылды. Йыйында “Мәсем” ЯСЙ-һы, район хакимиәте, экология министрлығының райондағы бүлексәһе, прокуратура, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте вәкилдәре, ауыл Советы депутаттары ҡатнашты. Халыҡ үҙен борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп, бер һүҙҙән шишмәгә инеү юлында халыҡҡа яһалма кәртәләр булырға тейеш түгеллеген белдерҙе. “Мәсем” ЯСЙ-һы вәкиле Ю. Коробчанский иһә сикләүҙәрҙең СанПиН талаптарына ярашлы индерелеүенә баҫым яһаны.

Прокуратура һәм экология министрлығының территориаль бүлеге вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы “Һыу Кодексы”ның 6 статьяһы,1-се һәм 2-се бүлектәренә ярашлы муниципаль йәки дәүләт милкендәге һыу объекттары дөйөм ҡулланыуҙағы объекттар булып, һәр граждандың унан бушлай файҙаланыу хоҡуғы булыуын һәм халыҡҡа шишмәгә ирекле инеп һыу алыу мөмкинлеге булдырылырға тейешлеген талап итеп ҡуйҙы.

Әүҙем, ваҡыты менән эмоцияларға күсеп киткән йыйын ике яҡтың килешеп, уртаҡ фекергә килеүе һөҙөмтәһендә: “Мәсем” ЯСЙ-һы биләмәһенә халыҡҡа шишмәгә ирекле инеп йөрөү мөмкинлеге булдырыу маҡсатында ике яҡтан да ҡапҡаларҙы асыу, санитар нормаларҙы үтәү йәһәтенән шишмә сыҡҡан урындағы будканы йоҙаҡҡа бикләп һыу алыу өсөн тыш яҡҡа сығарып торба ҡуйыу, эргә-тирәһен төҙөкләндереү, шишмәне яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт биләмәһенән алып ҡайтанан межалау һәм аренда килешеүенә ошо турала үҙгәрештәр индереү, Ҡойонсаҡ шишмәһе биләмәһендә “Мәсем” ЯСЙ-һы һәм халыҡ менән берлектә өмәләр үткәреү кеүек пункттарҙы индереп ҡарар ҡабул итеү менән тамамланды.

Аңлашып, ике яҡтың һөйләшеп уртаҡ фекергә килеүе ығы-зығынан ҡотҡарҙы. Мәҡәлдәгесә: аҡыл алдан, асыу арттан йөрөнө. Халыҡ ғәмәлдә эшләһә лә хаҡ эшләй - йыйын ошоно дәлилләне.
Читайте нас: