Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2016, 18:02

Һикһәндә лә – эш өҫтөндә

Бөгөн шундай заман: егермелә лә эш юҡ, тип, атай-әсәй елкәһендә йәшәгәндәр, һикһәндә лә егеттәреңә биргеһеҙ итеп донъя көткәндәр, йәштәргә өлгө булырлыҡ эш эшләгәндәр бар. Һуңғыһына район ветерандар советы рәйесе йөгөн тарартып, әле булһа йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәүсе, хеҙмәт кенәгәһендә 53 йыл дөйөм эш стажы булған, етәкселек эштәрендә заман заңын күтәргән райондашыбыҙ, оло шәхес һәм аҡһаҡал Самат Шөғәйеп улы Аратов инә.

Ошо көндәрҙә 80 түбәһенә артылған аҡһаҡалдың халҡына әйтер һүҙе тос, эше һанлы, тәжрибәһе таратырлыҡ, ғүмер юлы һоҡланырлыҡ. Ошондай матур ғүмер үренә ул тынғыһыҙ һәм фиҙакәр хеҙмәт, ил мәнфәғәте хаҡына тырышлыҡ, маҡсатҡа ярашлы ынтылыштар аша килгән.

1936 йылдың 24 ноябрендә Исламбай ауылында Шөғәйеп һәм Тайба Аратовтарҙың ғаиләһендә төпсөк бала ьбулып донъяға килә ул. 1-2-се класты тыуған ауылында тамамлай. Атаһы Белореттағы металлургия комбинатында хеҙмәт армияһында булғас, уларҙың ғҡаиләһе Белоретҡа күсә. Шуға күрә 3-4-се кластарҙа ҡаланың башҡорт мәктәбендә уҡый.

1950 йылда атаһының хеҙмәт срогы тамамлана. Май айында Аратовтар кире Исламбайға күсеп ҡайта. 5-се класты Брәтәк 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡығас, 6-7-сене Аҫҡар мәктәбендә тамамлай үҫмер Аратов. 8-10-сы кластарҙа Иҫке Собханғол мәктәбендә уҡый ул. Шул ваҡытта уҡ уның хеҙмәт юлы башлана – йәйге осорҙа колхозда эшләй. 10-сыны тамамлар алдынан һыуыҡ үткәреп бик ҡаты ауырый һәм имтихандарҙы ҡалдыра. Яҡшы уҡығас, уға элекке уҡыу һөҙөмтәләре менән аттестат биреп сығаралар. Нәҡ ошо йылда Фрунзе исемендәге колхозда Белорет әҙерләүҙәр контораһы пункты асыла – сығарылыш класы уҡыусыһын шунда мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Бер йыл шунда эшләгәс, йәш егетт колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй.

1959 йылда Самат Шөғәйеп улын Аҫҡар ауыл советына секретпарь итеп һайлайҙар.1961 йылда колхоздың комскомитетына секретарь итеп күсерәләр. 1962 йылда Исламбай башланғфыс мәктәбенә мөдир һәм уҡытыусы итеп ҡуялар. Бер йыл эшләгәс, БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә йәш педагог һәм уны 1968 йылда уңышлы тамамлай.

Дипломлы белгесте ошо йылдың авгусында Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп ҡуялар.1972 йылда мәктәпте урта мәктәп итергә өлгәшәләр.

Коллективта эште яҡшы ойоштора белгән, маҡсатҡа ынтылышы булған белгесте 1975 йылдың апрелендә район Советы башҡарма комитетының рәйесе итеп күсерәләр.1979 йылдан рәйеслек йөгөн тарта башлай ул.1984 йылдың декабренә ҡәҙәр ошо яуаплы вазифаны атҡара Самат Шөғәйеп улы.

Ошо йылда №22 Учалы һөнәрселек училищеһының Бөрйән филиалына директор итеп тәғәйенләнә. Икенсе йылына уҡыу йортон айырым училище итергә өлгәшәләр. Тормошта иң кәрәкле булған эшсе һөнәренә эйә булыусыларҙы әҙерләүсе уҡыу йортона хаҡлы ялға сыҡҡансы (12 йыл) етәкселек итә Самат ағай. Пенсияға сыҡҡас та эшһеҙ ята алмай – туған училищеһында методист вазифаһында 2005 йылдың апреленәсә эшләй.

Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй тынғыһыҙ коммунист – 1 тапҡыр – ауыл Советына, 6 саҡырылыш район Советына депутат итеп һайлана. Политуҡыуҙар, халыҡ араһында пропаганда – партия ни ҡушһа, шуны тайпылышһыҙ үтәй эштә сыныҡҡан коммунист. Партия өлкә комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары – ошо йылдарҙағы хеҙмәтенә хаҡ баһа.

1951 йылда – комсомол,1961 йылда партия сафына ингән уҙаман әле лә үҙ идеалдарына тоғро - КПРФ ағзаһы.Уның түшен “ Партия алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены (КПРФ Үҙәк Комитеты Президиумының) һәм “Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы” (КПРФ Үҙәк Комитетының) миҙалы биҙәй.Уҡытыусылыҡ эше лә юғары баһаланған – С.Аратов 1993 йылдан “Рәсәй Федерацияһы һөнәри-техник белем биреү отличнигы”, 1984 йылдан ү хеҙмәт ветераны.

Ғаилә бәхете лә насип иткән уға Аллаһы Тәғәлә – 1960 йылда Брәтәк ауылы һылыуы Сәриә Абдрахман ҡыҙы меннә яҙмышын-яҙмышҡа, сәсен сәскә бәйләп яңылышмай Самат Шөғәйеп улы – бынамын итеп йәшәйҙәр, 4 балаларына тормошта кәрәкле һөнәр алырға ярҙам итәләр, башлы-күҙле итеп ҡыуаналар.

Сәриә Абдрахман ҡыҙы ваҡытында Фрунзе исемендәге колхозда эшләһә, Иҫке Собханғолға күскәс хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы була.

Тағы бер һөнәре бар Самат ағайҙың – ҡурайсы.1969 йылда Бөрйән районы ҡурайсылары (етәксеһе Ҡәҙерғолов Мөхәмәт ағай) менән Башҡортостандың 50 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Мскәү һәм Ленинград ҡалаларында сығыш яһау бәхете тейә уға. Был сәфәргә Бөрйәндән 10 ҡурайсы бара.

Мәскәүгә ҡурайсы сифатында ғына түгел, оло илдең елле түрәләренә баш һалып, район йомошон йомошлап та бара ул – район Советы аппаратында эшләгәнендә Байназар ауылында Иҙел йылғаһы аша күпер төҙөүҙе юллап ДРСУ инженеры Шәриф Хәлиуллин менән .Бөрйән илселәре был эштәрендә Башҡортостандан депутат Л. Землянниковаға таяна. Һөҙөмтәлә РСФСР-ҙың Юл эштәре министрлығы күпер төҙөүгә ризалыҡ бирә. Силәбенең “Мостострой” тресы был эште уңышлы атҡарып, 1985 йылда күпер файҙаланыуға тапшырыла.

Мәскәүгә икенсегә эш сәфәре менән юлланыуы – “Бөрйән” совхозын икегә бүлдереү, йәғни ике совхох ойоштороу.Ауыл хужалығы министрлығында был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителә – “Бөрйән” совхозынан “Шүлгәнташ” совхозы бүленеп сыға.

РайонСоветы башҡарма комитетында эшләгән осоронда, 1975 ҡоролоҡ йылында, Украинанан һалам алып оҙатыу мәсьәләһен хәл итергә тип Винница өдкәһенә лә барырға тура килә С.Аратовҡа.

Юбиляр 1984 йыл йомғаҡтары буйынса колхоз, совхоз эшсәндәренең тырышлығы менән дәүләткә ит, һөт һатыу заданиеларын үтәүҙә (йыллыҡ) республикала беренселәрҙән булып үтәп сыҡҡан осорҙо айырым бер хәтирә итеп иҫкә ала.

1982 йылда Әтек ауылында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә күптәр йорт-ҡураһыҙ ҡала. Район хужалыҡтары әтектәрҙе бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмай – көҙгә зыян күргән хужалыҡтар яңы өйҙәргә сыға – халыҡтың берҙәмлеге, кеше ҡайғыһына битараф булмауы ошо ғәмәлдәрҙә сағыла, ти аҡһаҡал.

Хеҙмәт юлымды эшлекле, татыу коллективтарҙа үтергә насип булды – мин уларға рәхмәтлемен һәм бына оло бәхеткә һанайым, ти ул, коллегаларына юғары баһа ҡуйып.

Мөғжизә булып, ғүмер юлын икенсерәк үтергә яҙһа, ни эшләр инегеҙ, тигән һорауға ла Самат Шөғәйеп улының яуабы ҡәтғи һәм бер ине – һис үкенеүһеҙ, ике уйлап та тормай ошо тормош юлымды һайлар инем.

Эйе, ошолай тип әйтергә уның тулы хаҡы бар, сөнки түңәрәк 80 артында – район үҫеше хаҡына фиҙакәр һәм оҙайлы хеҙмәт, ныҡлы тыл хасил иткән ғаилә усағы, эште бер маҡсатта алып барған берҙәм коллективтары, коллегалары. Үкенерлек түгел үткәндәр, иҫләп һоҡланырлыҡ, ғорурланырлыҡ.
Читайте нас: