Донъяла тәүлегенә юлда өс меңгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә, 100 меңгә яҡын кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Йыл һайын юл фажиғәләре 1 миллион 200 мең кешене һәләк итә, 20–50 миллион кеше йәрәхәтләнә. Һәләк булыусыларҙың 50 проценты – 14–44 йәштәгеләр.
Юлда һәләк булыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуына иғтибарҙы йүнәлтеү һәм уйландырыу маҡсатында хәтер кµнµ булдырылған да инде. Был кµндµ билдәләү идеяһы Бөйөк Британиялағы юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарына ярҙам итеүсе хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырыла. Был дата 1993 йылдан билдәләнә, 1998 йылдан донъя кимәленә сыға. 2005 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарына ярашлы, ноябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһе Бµтә донъя юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип тарихҡа инә.
Юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы Иҫке Собханғол мәктәбендә сара үтте. Бөрйән районы эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, полиция капитаны В. Ишимов уҡыусыларға юл-транспорт фажиғәләренә килтереүсе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында бәйән итеп, юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы һәр кемдең һаҡлыҡ сараларын күрергә бурыслы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район үҙәк дауаханаһы табибы, анестезиолог-реаниматолог И. Епифанов юл фажиғәһенә тарыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеү саралары һәм ысулдары менән таныштырҙы. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарына яуап та алды.
Эйе, юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандарын иҫкә алыу кµнµндә генә түгел, ә юлдарҙың һәр ваҡыт хәүеф сығанағы булыуын һис кенә лә хәтеребеҙҙән сығармаһаҡ ине. Водителме һеҙ, йәйәүлеме – юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыға сабырлыҡ һәм хµрмәт менән ҡарайыҡ.