Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2016, 18:45

Бар байлығы - балалары

Башҡорт ғаиләләре элек балаларының ишле булыуы менән айырылған. Бәлки шуға ла быуаттар төпкөлөнөн ошо көнгәсә халыҡ булараҡ һаҡланып килеп еткәнбеҙҙер. Бөгөн дә күп бала табып, уларға матур тәрбиә, үҙҙәрен аҫырарлыҡ һөнәр биреп, тормош юлдарында аҙашмаҫлыҡ аҡыл биргән ата-әсәләр – бар йәһәттән өлгөлө ғаиләләр бихисап.

Аҫҡар ауылында йәшәүсе Рәмилә Зинннур ҡыҙы Мырҙабулатова ун балаһынан көнөнә ун йылы һүҙ ишетеп, ун балаһына Аллаһтан һаулыҡ, бәрәкәт, тәүфиҡ һорап, ун балаһының шатлығына күңелен үҫтереп, ҡайғыһын бергә бүлешеп, тапҡан-баҡҡан ғәзиздәренә фатихалар биреп йәшәй. Юҡ, 10 балаһы ла эргәһендә түгел апайҙың, хәҙер бит техника заманы – шылтыратып торалар, хәл-әхүәлдәре менән таныштыралар, әсәһенең хәлен хәлләйҙәр.

Үҙенең 7 балаһы өҫтөнә иртә мәрхүм булған бер туған һеңлеһенең 3 балаһын да алып көтә ул. Ул саҡта хәләле Йәғәфәр Петрович та иҫән була. Юнир, Зинфир, Альбина ана шулай апаһы менән инәһе ғаиләһенә ағза булып килеп инә. Уларҙы лә үҫтереп, туйҙар яһап (әле Зинфир ғына өйләнмәгән) оло юлға фатихалап оҙаталар.

Бөгөн Рәмилә апай өлкән улы Марат менән йәшәй. Уныһы ағас-ташҡа оҫта, шуны ишемгә ҡушым итеп йәшәйҙәр. Радик та ҡул эшенә маһир, ишек-тәҙрәһен, семәрҙәрен бына тигән итеп эшләп ҡуя.

- Йәғәфәр һау саҡта 4-әр баш һыйыр көттөк, балалар менән күмәкләп бесән эшләнек, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләнек. Балалар эштә бешегеп, бер-береһен ҡарашып, ярҙам итеп үҫкәс, бала көтөү ыҙа булманы – ҙурайып бөткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Тормош булғас, ауыр саҡтар ҙа булғандыр инде – уныһы хәҙер онотолған. Көткән ҡыҙым Альбина хәҙер Магнитогорскийҙа йәшәй, тормошта, ике бала үҫтерәләр, ипотекаға фатир алдылар. Юнир Ишембай районы Һәйеттә фермерҙа эшләй, Зинфир Радик менән бергә эшләйҙәр.

Әле лә ике һыйырҙан ҡалмайым. Бесәнде балалар эшләшә. Шөкөр, пенсия килеп тора. 28 йыл мәктәптә мейес яҡтым, ашнаҡсы ла булдым, интернатта ла ут яҡтым – төрлө эштәрҙә эшләнем.

Мәктәптә коллектив дуҫ, татыу булды.

10 баланы, нигеҙҙә, эш менән тәрбиәләнек. Йәғәфәр мәрхүм малайҙарҙы эшкә ҡаты ҡушты: бураһын да бергә буранылар, башҡаһын да эшләнеләр. Ҡайҙа барһа ла малайҙарҙы үҙе менән бергә алып йөрөнө, эштән берәү ҙә үлмәй, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙгә, тине. Ҡыҙҙар минең менән өйҙә донъя көттө. Ашағанда ла, эшләгәндә лә, ситтә лә, өйҙә лә тәртипле-тәүфиҡлы булығыҙ, тип ҡырҡ урындан тыйып ҡына торолдо инде. Әле лә буш ултырмайым: ойоҡ-бейәләйҙәр, гөл һауыттары, ырғаҡлап диван япмалары, жилеттар бәйләйем. Ағинәйҙәр клубына йөрөйөм, былтыр концерт менән йөрөнөк, үҙебеҙгә сығыштар өсөн милли күлдәк тектереп алдыҡ, элекке йыл уҡ ойошоп, шулай күңелле йәшәйбеҙ, - тип үткәнен дә, бөгөнөн дә ихлас бәйән итә Рәмилә апай.


Эйе, тау битендә матур донъя ҡороп, ихатаһын йәйен сәскәләргә күмеп, балаларына кәрәк һәм терәк булып, ғүмер сылбырына ҡулса-йылдар өҫтәп матур ғүмер кисерә Аҫҡар ағинәйе. Күңеле аҡ булғанға донъяһы яҡты, ҡулы тилбер булғанға ризығы мул, балалары күп булғанға мәшәҡәте лә, шатлығы ла, бәхете лә ишле. Оло кеше өсөн ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме? Юҡтыр, моғайын.
Читайте нас: